Иҡтисад
20 Августа 2019, 08:08

Яҙмышын ер менән бәйләп яңылышмаған

Иҫке Ҡоҙаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Алмас Зифил улы Фәтхуллинды районда яҡшы беләләр, оҙаҡ йылдар ул “Урожай” ауыл хужалығы кооперативында комбайнсы, водитель булып эшләй. Намыҫлы, эшһөйәр уҙаман ваҡытында Салауат Юлаев ордены менән дә бүләкләнгән. Тимәк, ауылда тыуып үҫкән егеттең колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң ауылында фермер хужалығы ойоштороп ебәреүе юҡҡа түгелдер, күрәһең. Етмәһә, колхозда эшләү дәүерендә үк Алмас Зифил улы, үҙ хужалығыңды ойошторорға ине, тип йыш уйлана.

Иҫке Ҡоҙаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Алмас Зифил улы Фәтхуллинды районда яҡшы беләләр, оҙаҡ йылдар ул “Урожай” ауыл хужалығы кооперативында комбайнсы, водитель булып эшләй. Намыҫлы, эшһөйәр уҙаман ваҡытында Салауат Юлаев ордены менән дә бүләкләнгән. Тимәк, ауылда тыуып үҫкән егеттең колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң ауылында фермер хужалығы ойоштороп ебәреүе юҡҡа түгелдер, күрәһең. Етмәһә, колхозда эшләү дәүерендә үк Алмас Зифил улы, үҙ хужалығыңды ойошторорға ине, тип йыш уйлана.


– Эшһеҙ тороп өйрәнмәгәнмен, шуға ла колхоздар ябылғас, ауыл хужалығы тармағын биш бармағымдай яҡшы белгәс, үҫемлекселек менән шөғөлләнергә булдым, – ти Алмас Зифил улы. – Әлбиттә, ихата тулы техникам да, уңдырышлы ерҙәрем дә булманы, кеҫә яғы ла һай ине. Тик тәүәккәллек менән был эшкә тотоноп киттем.


Бөгөн уның 2005 йылда ойошторған хужалығы төбәктә алдынғыларҙан һанала, уға хатта тәжрибә тупларға ла киләләр, күптәргә өлгө лә.

Әлбиттә, егеткә тәүге йылдарҙа ауырға төшә, ер эшкәртергә техникаһы булмағанлыҡтан, шәхси ихатаһындағы малын һатып, аҡсаға әйләндерә. Ошо аҡсаға ул иҫкереп бөткән, йүнләп эшләмәгән техникаға эйә була. Алтын ҡуллы егет иптәштәре менән ҡойолоп төшөп барған техникаға йән өрөп, шул йылда баҫыуға сыға. Егет эштең еңел бирелмәйәсәген яҡшы аңлай, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй. Шуға ла техника, башҡа ауыл хужалығы ҡоролмалары менән хужалығын яйлап тулыландыра. Сифатлы орлоҡ һатып ала, йыйып алған уңышты һаҡлау өсөн келәте лә булмай уның.


Тәүге йылда баҫыуҙары мул уңышы менән ҡыуандыра, егет дәртләнеп эшмәкәрлеген алып бара, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Әкренләп Алмас Фәтхуллиндың эше тауға үрләй, тиһәң дә була. Уңған егет орлоҡ һаҡлау өсөн келәт төҙөп ултырта, иген таҙартыу ҡоролмаһы һатып ала, ул шулай әкренләп металл өйөмөнән башлаған техника паркын тулыландыра. Бөгөн баҫыуҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй, заманса ауыл хужалығы ҡоролмалары ярҙамында эшмәкәрлеген ойоштора. Әйткәндәй, фермер бер банктан да кредит алмай, үҙ аҡсаһына ғына эшләй.


Бынан 14 йыл элек 50 гектарҙа ғына ер эшкәртһәләр, әле фермер 1200 гектарҙа эшмәкәрлек алып бара. Быйыл хужалыҡ арыш, арпа, вика, гәрсис, бойҙай һәм һоло баҫыуҙарынан мул уңыш алыуға өмөт итә. Оҙаҡ йылдар фермер хужалығы Удмурт, Татарстан, Мари Иле республикалары, Свердловск өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итә, сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукцияны был төбәктәр яратып һатып ала. Фермерға бөгөн ауыр эшендә улдары Радик, Азат һәм Искәндәр – ныҡлы терәк, таяныс. Әйткәндәй, ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алып, байтаҡ эш тәжрибәһе лә туплап өлгөргән егеттәр. Ҡатыны Рәүзилә Рәсим ҡыҙы ла һәр яҡтан Алмасҡа кәңәшсе, иҫәп-хисап эшендә ярҙамсы. Килендәре лә буш ваҡыттарын фермер хужалығында үткәрергә ғәҙәтләнгән. Фәтхуллиндар бер команда булып, тырышып хеҙмәт итә.


Фермер оҙаҡ йылдар фәнгә нигеҙләнеп эшмәкәрлеген ойошторған, билдәле ғалим­дарҙың тәжрибәһенә таянып эш итә, ғалимдар ҙа баҫыуҙарҙа йыш була.


– Яҙмышымды ауыл менән бәйләүемә һис тә үкенмәйем. Етмәһә, улдарым да минең юлды һайлап яңылышманы, эшмәкәрлегемде дауам итеүселәр бар, тимәк, ауыл тормошо һүнмә­йәсәк, ә, киреһенсә, сәскә атасаҡ әле, – ти фермер Алмас Фәтхуллин.
Читайте нас