Аяҙ көндәр ауыл эшсәндәренә урып-йыйыу эштәрен тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе. Үткән тәүлектә республикала 54 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған, бөтәһе 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 677 мең тонна тулайым яҙғы һәм ужым культуралары һуғып алынған, уртаса төшөм гектарынан 20,2 центнер тәшкил итә.
Урып-йыйыуҙа ейәнсураларға тиңләшеүсе юҡ – бында барлыҡ майҙандың 37 проценты урылған. Ә тулайым һуғып алыуҙа Стәрлетамаҡ игенселәре иң алда бара. Улар бураларға 44,7 мең тонна ашлыҡ һалған. Иң юғары төшөм Саҡмағошта – уңыш гектарынан 37 центнер тәшкил итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.