“Башавтотранс” паркы 102 автобусҡа тулыланды.
Кисә Башҡортостандың ҡала һәм райондары буйлап сираттағы транспорт каруаны таралды. “Башавтотранс”ҡа 102 берәмек бәләкәй һәм урта класлы ҡала-ара һәм ҡала яны маршруттарына тәғәйенләнгән автобустар тапшырылды.
Тантаналы сарала “Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Сәмиев менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин ҡатнашты. Улар водителдәргә өр-яңы автобустар асҡыстарын тапшырҙы һәм “йәшел” светофорҙар теләне.
– Бөгөн “Башавтотранс” өсөн бик шатлыҡлы көн. Предприятиеға ҙур ярҙамы өсөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был – беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә байрам. Аҙна һайын яңы автобус-тар алабыҙ, парк яңыра. Тимәк, ҡуйылған бурыстарҙы яҡшыраҡ башҡарасаҡбыҙ, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәкбеҙ, – тине предприятие етәксеһе Надир Сәмиев.
Өр-яңы автобустары янында күңелле генә аралашып торған водителдәр янына барабыҙ. Уларҙың кәйефе көр.
– Автобустар бик шәп, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ инеп ҡарағыҙ, – тип ҡаршы ала беҙҙе Учалы ҡалаһынан водитель Айнур Лотфуллин. – 17 кеше һыя, һәр урынға хәүефһеҙлек ҡайышы ҡуйылған. Кондиционер бар, ҡыш көнө һыуыҡ булһа, автоном йылытыу үҙәге ҡуйылған, тахограф, электрон табло, навигация системалары бар. Рәхәтләнеп эшләргә генә инде. Мин быға тиклем мәктәп автобусы йөрөтә инем, хәҙер ҡала-ара маршрутына күсәм.
Уның һүҙҙәрен Белорет – Учалы автотранспорт предприятиеһының колонна начальнигы Тимур Әһлиуллин да хупланы.
– Беҙ бөгөн дүрт йүнәлеш буйынса дүрт автобус алдыҡ. Улар Учалы – Белорет – Магнитогорск, Белорет – Силәбе, Учалы – Белорет һәм Учалы – Силәбе маршруттары буйынса йөрөйәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештәрҙе шәхси ташыусылар алып бөтөп бара ине. Улар пассажирҙарҙы ҡулайлаштырылмаған “ГАЗель”дәр, “Форд”тар һәм “Ларгус”тарҙа ташый. Ә беҙҙең өсөн иң беренсе урында – хәүефһеҙлек. Водителдәр тәжрибәле, яуаплы, улар ҡыумай. Халыҡ быны баһалар тип ышанабыҙ. Был автобустар бер ҡулда, ҡаралып ҡына йөрөһә, 20-25 йыл да хеҙмәт итә ала.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин журналистарға “Вектор Некст” автобустар тураһында һөйләне.
– Хөкүмәт республика етәксеһе ҡушҡан эште әүҙем башҡара. Бөгөн сираттағы партия автобустар тапшырҙыҡ. “Вектор Некст” урта класлы автобустар халыҡ өсөн бик уңайлы. Ул ултырып та, баҫып та йөрөүгә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ инвалид коляскаһында йөрөгән граждандар өсөн бик ҡулай. Артҡы ишек янында автобус платформаһы аҫҡа төшә, коляска уңайлы ғына итеп инеп ултыра. Уны ҡуйыр өсөн киң майҙансыҡ бар, – тине ул. – Бөгөн бәләкәй класлы “Форд Транзит” автобустарын тапшырып бөттөк. Сиратта урта һәм ҙур класлылары ҡалды.
Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. “Башавтотранс” предприятиеһы яңы автобустар алыуын дауам итә.
“Бөгөн бәләкәй класлы – 60, урта класлы 42 автобус тапшырҙыҡ. Ай аҙағына тиклем тағы 180 уртаса, ноябрь аҙағына тиклем 74 ҙур автобус тапшырыласаҡ. Быға тиклем 110 бәләкәй класлыһын тапшырғанды иҫәпкә алғанда, йыл аҙағына тиклем йәмғеһе 527 автобус биреләсәк.
Өҫтәүенә беренсе сентябрҙән мультимодаллеккә күсәбеҙ. Бер сәғәт эсендә бер тапҡыр “Алға” картаһы менән түләйһең дә бер нисә автобус алмаштыра алаһың. Артабан был “бәхетле сәғәт”кә трамвай, троллейбус, электричкаларҙы өҫтәйәсәкбеҙ. Ҡайһы бер коммерцияға ҡараған ташыусылар был программаға әлегә ҡушылмай. Тик улар ҙа мотлаҡ быны эшләйәсәк. Беҙҙең йәмәғәт транспорты илдә иң яҡшыһы буласаҡ”, – тип Радий Хәбиров автобустар таралыу менән социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
Яңы автобус водителдәре ҡулдарына асҡыстарын алып, тәғәйенләнгән урындарына йүнәлде. Был транспорт Өфө райондары, республиканың башҡа ҡала һәм райондарына ҡала-ара маршруттарҙа йөрөйәсәк.