26-27 сентябрҙә Өфөлә ҙур сара үтәсәк. ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында 30 илдән 2,5 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә форумдың программа комитеты ултырышы булды.
– Был – форумдың тәүге юбилейы, уға быйыл биш йыл тула. Өфөгә донъяның 30 иленән делегациялар киләсәк. Радий Фәрит улы сараны юғары кимәлдә ойошторорға вәғәҙә итте, – тине “Эшлекле Рәсәй”ҙең һәм форумды ойоштороу комитеты рәйестәше Андрей Назаров.
Форум барышында 18 эшлекле сара уҙғарыласаҡ. Ҡатнашыусылар иҡтисадтың драйвер тармаҡтарын, бәләкәй, урта, ғаилә эшҡыуарлығын үҫтереү, логистика, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышасаҡ. Сараның концепцияһы иһә бәләкәй һәм урта бизнестың әһәмиәтенә ҡоролоп төҙөләсәк.