“Һөт иле-2019” республикала ғына түгел, Рәсәйҙә ҙур байрамға әүерелде.
Иң тәүҙә “Һөткә юл бир” автойөрөшөндә ҡатнашыусылар илдең бер нисә төбәге аша Башҡортостанға килде. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған эксперттар башта Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы преприятиеһының малсылыҡ комплексында сифатлы һөт етештереүселәр менән танышты. Унан ҡунаҡтар Йәрмәкәйҙә Семен-Маҡар малсылыҡ комплексында булды, бында 2800 һауын һыйырына иҫәпләнгән заманса ферма төҙөлә.
Артабан сәйәхәттә ҡатнашыусылар Бәләбәй һөт заводында булды. Автойөрөш Стәрлетамаҡ районы “Рощинский” совхозының йәйге лагерында тамамланды.