Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2019, 10:54

Радий Хәбиров: “Беҙ беренсе булырға тырышасаҡбыҙ”!

“Һөт иле-2019” республикала ғына түгел, Рәсәйҙә ҙур байрамға әүерелде. Иң тәүҙә “Һөткә юл бир” автойөрөшөндә ҡатнашыусылар илдең бер нисә төбәге аша Башҡортостанға килде. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған эксперттар башта Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының малсылыҡ комплексында сифатлы һөт етештереүселәр менән танышты. Унан һуң ҡунаҡтар Йәрмәкәйҙә Семен-Маҡар малсылыҡ комплексында булды, бында 2800 һауын һыйырына иҫәпләнгән заманса ферма төҙөлә.

“Һөт иле-2019” республикала ғына түгел, Рәсәйҙә ҙур байрамға әүерелде. Иң тәүҙә “Һөткә юл бир” автойөрөшөндә ҡатнашыусылар илдең бер нисә төбәге аша Башҡортостанға килде. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған эксперттар башта Саҡмағош районының “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының малсылыҡ комплексында сифатлы һөт етештереүселәр менән танышты. Унан һуң ҡунаҡтар Йәрмәкәйҙә Семен-Маҡар малсылыҡ комплексында булды, бында 2800 һауын һыйырына иҫәпләнгән заманса ферма төҙөлә.
Артабан сәйәхәттә ҡатнашыусылар Бәләбәй һөт заводын, уның янында йомшаҡ сыр етештереү өсөн төҙөлә башлаған нигеҙҙе ҡараны. Автойөрөш Стәрлетамаҡ районының “Рощинский” совхозының йәйге лагерында тамамланды.
Өфө районының Алексеевка ауылында һыйыр һауыу операторҙарының XXVII Бөтә Рәсәй конкурсы башланыуы – республикабыҙ өсөн оло мәртәбә. Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә, бары Татарстандан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй. Был сара машина менән һыйыр һауыу буйынса алдынғы тәжрибәне күрһәтеү, һөтсөлөк тармағындағы яҡшы алымдарҙы таратыу, заманса малсылыҡ ҡорамалдарын индереү маҡсатынан ойошторола.
Илдең төрлө төбәктәренән килгән 60 һауынсы араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Теоретик белем, һауыу аппаратын һүтеү һәм һауыу буйынса үткән уҙышта иң юғары балл йыйған яҡташыбыҙ Юрий Гордов “Конкурстың абсолют чемпионы” булып танылды. Юрий “Алексеевка” совхозында туғыҙ йыл эшләй. Ул конкурстың төп бүләге – “Лада Гранта” автомобиле менән бүләкләнде.


“Һөт эс – кәйефең шәп булыр”


Быйылғы “Һөт иле-2019” ғаилә фестиваленең девизы шундай ине. Һөт кешенең төп ризығының береһе генә түгел, иң мөһиме лә. Ул кеше организмы өсөн кәрәкле барлыҡ матдәгә лә бай. Һөттө башҡа төр диетик аҙыҡтар әҙерләүҙә лә киң файҙаланалар.
Байрам барған Салауат Юлаев исемендәге майҙан гөж килә. Һөт етештергән хужалыҡтар, уны эшкәрткән предприятиелар үҙҙәренең продукцияһын ҡуйған. Бында килгән һәр кемде улар тәмле һөт менән ҡаршы алды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров байрамда ҡатнашыусылар, малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар, етәкселәр менән аралашты. Ауыл хужалығы кооперативтары етештергән аҙыҡтарҙы тәмләне, уларҙың дәүләт ярҙамын файҙаланыуы, продукцияһын нисек һатыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Борай районының “Золотое руно” агропред­приятиеһы романов тоҡомло һарыҡтар үрсетеү менән шөғөлләнә.
Былтыр 304 центнер ит, 5400 килограмм йөн алдыҡ. Йыл һайын яҡын сит илдәргә 1400 баш тоҡомло мал һатабыҙ. Башлыса Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Үзбәкстанға оҙатабыҙ, – тине хужалыҡ етәксеһе.
Дүртөйлө районының “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы таҙа тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Бында 2,3 мең баш мал иҫәпләнһә, шуның 1500-ө һөтсөлөк өсөн.
Быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләгән “Пышка” компанияһы кәштәләре лә аҙыҡ менән тулған. Етәксеһе Рәсимә Мусина халыҡты туҡландырыу өлкәһендә янып-көйөп эшләүҙәре, яңылыҡҡа ынтылыуҙары, һуңғы йылдарҙа һөт эшкәртеүгә тотоноуҙары хаҡында һөйләне.
“Беҙ беренсе булырға тырышасаҡбыҙ”

“Һөт иле - 2019” фестивале сиктәрендә ойошторолған “Эшлекле иртәнге аш”та һөйләшеү һөт етештереү тармағы, уңыштар, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында барҙы. Унда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, федераль һәм төбәк агрохолдингы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе предприятиелар етәкселәре, эксперттар ҡатнашты.
Әйткәндәй, былтыр республикала 1,65 миллион тонна һөт һауылһа, шуның 765 мең тоннаһы – тауар һөтө, 1,2 миллион тоннаһы эшкәртеүгә тотонолған.
Бөгөн республикала туғыҙ эре малсылыҡ фермаһы төҙөлә. Быйыл хужалыҡтар һигеҙ мең баш тыуса аласаҡ – был иһә ошо арала өҫтәмә 74 мең тонна һөт етештерергә мөмкинлек бирәсәк.
Һуңғы ярты йылда инвестициялар йәлеп итеүҙә үтә ныҡ алға һикерҙек, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Элек һыйыр фермалары 200 – 400 баш мал өсөн тәғәйенләнһә, бөгөн беҙ 2800 баш мал һыйҙырышлы ҙур комплекстар һәм мегафермалар төҙөбөҙ. Бындай шарттарҙа һөт етештереү ғәҙәти 14 ферманың табышын ҡаплай. Бизнесҡа һәм инвесторҙарға беҙ бөтә шарттарҙы тыуҙырасаҡбыҙ, финанс ярҙам бар.
Башҡортостанда һуңғы йыл ярымда 169 кооператив төҙөлгән һәм бөгөнгө көнгә был күрһәткес 227-гә еткән. Улар бөтәһе 4,5 мең пайсыны берләштерә. Ауыл хужалығы кооперацияһы ойоштороу буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, былтыр республикала 1,65 миллион тонна һөт алынған.
– Беҙҙең команда етди эшләргә ниәт тота һәм беҙ икенсе урында туҡтап ҡалырға теләмәйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был ауыр мәсьәлә, әммә яныңда ярышырҙай кешеләр булғанда, яҡшы күренеш. Шуға ла беҙ беренсе урынға сығырға тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы республикала инвестициялар күләменең үҫеүен билдәләне. Тәүге ярты йыллыҡ буйынса ул 113,6 процент тәшкил иткән. Республикала һуңғы өс йылда тәүге тапҡыр ыңғай инвестиция үҫеше күҙәтелә. Был агросәнәғәт комплексында эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле.
– Башҡортостан – ҡеүәтле, көслө, эре аграр төбәк. Беҙ бында бөтәбеҙгә лә яҡшы булһын өсөн даими эшләйбеҙ. Әле хөрмәтле инвесторҙар, беҙ һеҙҙең арттан йүгерһәк, киләсәктә был юҫыҡта беҙгә сират буласаҡ. Шуға ла тәүгеләрҙән булып аңлап, беҙҙең карапҡа беренсе килеп өлгөргәндәрҙе көтәбеҙ, – тип һүҙен дауам итте республика етәксеһе. – Беҙ инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн тулы финанс, ойоштороу, административ инструменттарҙы ҡулланабыҙ. Беҙҙең ер ҙур, ауыл хужалығы тармағында шаҡтай тәжрибә бар. Иң мөһиме – тейешле һөнәри тәжрибәһе булған эшсе кадрҙар бар.
Радий Фәрит улы шулай уҡ республикала һөт кухняларының тергеҙелеүе хаҡында бәйән итте. Бөгөн бындай балалар аҙыҡтары учреждениелары Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй ҙә инде. Йыл аҙағына тиклем уларҙы Октябрьский, Сибай, Нефтекама, Белорет ҡалаларында ла булдырыу көтөлә. Ул сағында бөтә республиканы тәьмин итергә тура киләсәк.

Һөйләшеүҙә шулай уҡ республикалағы һөт заводтары етәкселәре, инвесторҙар ҙа үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. “ЭкоНива” компанияһы төркөмө Штефан Дюро Башҡортостанда инвесторҙарға эшләү өсөн тейешле шарттар булдырылыуы, етәкселек яғынан ярҙам тойоуҙары, быйыл Бәләбәй районында тағы бер ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Бина 2020 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Бөгөн ҡулланыусы һөттөң ҡайҙы етештерелеүен, һыйырҙы нисек ашатыуҙарын, ниндәй көтөүлектә йөрөүен белергә теләй. Шуға ла аҡ етештереүселәр уның ябай шыйыҡса ғына түгел, ә тәбиғи, файҙалы һәм тәмле булыуы хаҡында халыҡҡа аңлатыу эше алып бара, – тине Штефан Дюро.
“Һөт иле –2019” ғаилә фестивале булараҡ, ҡала халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде. Һәр кемгә күңеленә ятышлы шөғөл табылды “РОСМОЛ” компанияһы килгән ҡунаҡтарҙы һөт менән һыйланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – быйыл һөт менән һыйланыу буйынса рекорд ҡуйылды. Бөтәһе 60 мең стакан һөт, йәғни 12 мең тонна һөт эселгән.
Ҡайһы берәүҙәр тәү тапҡыр һыйырҙы күреп ғәжәпләнде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө аттракциондарҙа уйнаны. Сәнғәт оҫталарының йыр-моңдары байрамды йәнә йәмләне. Һөт менән һыйланған кешенең кәйефе лә шәп була шул.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары
Читайте нас: