Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә ошондай һүҙҙәр менән башланған пост яҙып сыҡты. Ниндәй эштә етәксебеҙ Аллаһтан уңыш һорай икән?
“... Беҙ Рәсәй Хөкүмәтенә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында айырым иҡтисади биләмә булдырыу өсөн бик етди документтар пакеты әҙерләнек. Илдә барлығы 25 ошондай зона бар. Беҙҙә берәү ҙә юҡ ине. Ә был бит – яңы эш урындары, хеҙмәт хаҡы, һалымдар, предприятиеларҙың социаль программалары өсөн ҙур мөмкинлек. Әле үк дөйөм инвестиция күләме 25 миллиард һум тәшкил иткән резиденттар әҙерләнде”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Бик матур башланғыс, уны тормошҡа ашырыу өсөн, ысынлап та, бик етди эш башҡарылды. Тырышлыҡ булғас, Хоҙай Тәғәлә ярҙам итер һәм Башҡортостанда тиҙ арала бындай биләмә барлыҡҡа килер тип ышанайыҡ.