Бәрәңгене тәү ҡарауға үҫтереү үтә ябай кеүек, сөнки ул киң таралған, уны ултыртмаған кеше юҡ. Шулай ҙа бөгөнгө баҙар шарттарында был культураға етди иғтибар биреү кәрәк.
Мәҫәлән, иң тәүҙә орлоҡтоң сифатлы булыуы мөһим. Төрлө сауҙа кәштәләренә, туҡланыу ойошмаларына һатыу өсөн уның иң яҡшы, оҙаҡ һаҡлана торған сорттары кәрәк.
"Республика бәрәңге баҫыуы көнө-2019" ғилми-ғәмәли семинар-кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы. Сарала Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы белгестәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, бөгөн уларҙа вирусһыҙ картуф орлоғо етештерелә.
Бындай бәрәңге уңышты дүрт-биш тапҡыр күберәк бирә. Орлоҡто ғалимдар тупраҡта түгел, ә пробиркала үҫтерә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вирустарға бирешмәгән бәрәңге бүлбеләре барлыҡҡа килә.
Пробиркалағы үҫенте өс аҙна үҫә һәм яңынан өлөштәргә бүленә. Бындай алымды ғалимдар микроклонлау тип атай. Ул бер ниндәй сирһеҙ, йоғошһоҙландырылған үҫемлек алырға булышлыҡ итә. Бындай йәшелсә ҡәҙимгеһенән оҙағыраҡ та һаҡлана, сөнки сирҙәре юҡ.