Иҡтисад
29 Августа 2019, 19:14

“Бер нисә йылдан бында тотош ҡала ҡалҡып сығасаҡ”

Бында һалынған һәр һум республика юлдарында, баҡсаларҙа, мәктәптәрҙә, халҡыбыҙҙың яҡшы кәйефендә сағылыш табасаҡ.

Олег Яровиков фотоһы.Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Хәйбулла районында һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда тәүге ҙур төҙөлөш башлана, тине Радий Хәбиров Подольск ятҡылығының ер аҫты руднигы төҙөлөшөн асыу тантанаһынан һуң матбуғат саралары вәкилдәре менән аралашҡанда.
“Яңы эш урындарының булдырылыуы республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Урал тау-металлургия компанияһы етәкселеге менән килешеү буйынса, бында Хәйбулла районы халҡы ла эшләйәсәк. Төҙөлөш социаль өлкәне үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Район ҡаҙнаһына һалым түләнәсәк. Рудник республикабыҙ халҡының тормошон яҡшыртыуға, Башҡортостанды үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Ошонда һалынған һәр һум республика юлдарында, баҡсаларҙа, мәктәптәрҙә, халҡыбыҙҙың яҡшы кәйефендә сағылыш табасаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын әйтеүенсә, яңы ятҡылыҡ холдинг предприятиеларын сеймал менән 20 процентҡа тиерлек тәьмин итәсәк.
“Беҙ күләмле етди эш башлайбыҙ. Бер нисә йылдан бында тотош ҡала ҡалҡып сығасаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең сеймал менән шөғөлләнәбеҙ. Унһыҙ компания йәшәй алмай. Кредит ресурстары ла бар, эшләйәсәкбеҙ, производство төҙөйәсәкбеҙ. Проект 12 йыл эсендә үҙ-үҙен аҡлаясаҡ”, – тине Андрей Козицын.
Читайте нас