Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2019, 16:06

Эш урындары, һалымдар, килемдәр...

Хәйбулла районының Подольск ятҡылығында әҙерлек эштәрен тамамлағандан һуң, төп производствоға эшселәр йыйыу башланасаҡ. Әйткәндәй, кисә генә унда ер аҫты руднигы төҙөү старт алды.

Хәйбулла районының Подольск ятҡылығында әҙерлек эштәрен тамамлағандан һуң, төп производствоға эшселәр йыйыу башланасаҡ. Әйткәндәй, кисә генә унда ер аҫты руднигы төҙөү старт алды.


Тәүге 500 хеҙмәткәр ярты йыл дауамында Гай тау-байыҡтырыу комбинатында уҡыясаҡ, аҙаҡ бында эшкә ҡайтасаҡ тип белдерҙе Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Андрей Козицын һөйләшеп килешкән.


– Был – тарихи ваҡиға, сөнки һуңғы 20 йылда Рәсәйҙә бындай бер предприятие ла булдырылманы. “Юбилей” ятҡылығы менән бергә мәғдән запастары йылына туғыҙ миллион тонна иҫәпләнә. Разведка үткәрелгән баҡыр запасы – ике миллион тонна, цинк – 1,5 миллион тонна, алтын – 133 тонна. Көньяҡ Урал өсөн был – тәү сиратта яңы эш урындары, һалым бүлемдәре. Быларҙан төбәктең социаль тормошо сифаты тора, – тине Раил Сарбаев.


“Юбилей” менән Подольск ятҡылыҡтары бергә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының мөмкинлектәрен ике тапҡырға арттыра. Улар йылына алты миллиард һум самаһы һалым түләй. Яңы производство бөтә кимәл бюджеттарына аҡса килемен арттырасаҡ, тип өҫтәне ул.


Фото: Азат Саҙрыев.
Читайте нас