Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2019, 01:55

Хәйбуллаға көс-хәл өҫтәп

"Республикала был берлектәге һуңғы проектыбыҙ түгелдер, тип ышанам".

Олег Яровикоы фотоһы.
Олег Яровикоы фотоһы.
Хәйбулла районындағы Подольск баҡыр-цинк ятҡылығында ер аҫты руднигы төҙөлә башланы. Объекттың беренсе сиратын 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыу, төҙөлөштө тулыһынса 2032 йылда тамамлау күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 50 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә 22 июндә Сибайҙағы Инвестиция форумында ҡул ҡуйылғайны. Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, Урал тау-металлургия компанияһы-холдингының генераль директоры Андрей Козицын ҡул ҡуйғайны. Ә 9 июлдә Екатеринбургтағы "Иннопром" күргәҙмәһендә Урал тау-металлургия компанияһы менән Һаҡлыҡ банкы проектты финанслауҙы башлау тураһында килешеү төҙөнө.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сығышында, бөгөн һуңғы йылдарҙа республика өсөн ҙур күләмле производство төҙөлөшө башлана, тип билдәләне.

– Республикабыҙ биләмәһендә ошондай эштең башланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, инвестиция һалынасаҡ, Хәйбулла районы һәм тотош Башҡортостандың социаль үҫешенә етди булышлыҡ буласаҡ. Республикала был берлектәге һуңғы проектыбыҙ түгелдер, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Урал тау-металлургия компанияһы-холдингының генераль директоры Андрей Козицын проектҡа булышлыҡ иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Читайте нас