Иҡтисад
30 Августа 2019, 08:15

Уртаҡ маҡсаттарға табан

Һөнәри байрам – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһы яҡшы йола буйынса эшкә йомғаҡ яһай, киләсәккә план төҙөй. Тәбиғи газды хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ ташыу – ғәйәт ҙур коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше ул.

Һөнәри байрам – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһы яҡшы йола буйынса эшкә йомғаҡ яһай, киләсәккә план төҙөй. Тәбиғи газды хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ ташыу – ғәйәт ҙур коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше ул.


Бөгөн йәмғиәт алдында торған өҫтөнлөклө бурыс – ул көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү. Шуға күрә йәйҙең һуңғы көндәрендә етештереү объекттарының бары­һында ла эш ҡайнай. Башҡорт­остан газсылары иң етди һынауҙар алдында ла баҙап ҡалмай.


Газды ташыуҙың ышаныслы­лығын арттырыуҙа Шаранда һәм Полянала газ һурҙырыу агрегаттарын алмаштырыу буйынса күләмле эш айырым әһәмиәткә эйә. 10 мегаватлы машиналарға алмашҡа 16 мегаватлы ГПА-16Р “Өфө” агрегаттары килә. Өфөлә етештерелгән АЛ-31СТ двигател­дәрен файҙаланыу һәм күсергестәр етештереүҙе артабан киңәйтеү мөмкинлеге “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” нигеҙендә үткәрелгән кәңәшмәлә лә тикшерелде. Сара “Газпром”дың төбәк сәйәсәте буйынса комиссияһы ултырышы нигеҙендә компанияның идара рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов рәйеслегендә үтте.


Әле Ҡансура-Муса ер аҫтында газ һаҡлау комплексын реконструкциялау буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. 48 скважинанан зәңгәр яғыу­лыҡ һурҙыртыуға иҫәпләнгән күләмле СП-1 пункты төҙөлә.


“Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте республикалағы сәнәғәт кластерында төп предприятие­ларҙың береһен тәшкил итә. Шуға күрә төбәк газ ташыу системаһын файҙаланыу менән бер рәттән “Газпром”дың байтаҡ йүнәлештәр буйынса Башҡортостан менән дә хеҙмәттәшлеге нығый һәм үҫә. Мәҫәлән, 2014 йылдан юғары технологиялы ҡорамалдар сығарыуҙы үҙләштереү өсөн төбәк етеште­реүселәрен йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан “Юл картаһы” тормошҡа ашырыла. Продукция­ның 219 төрө “Газпром” объекттарында ҡулланыу рөхсәт ителгән ҡорамалдар, материалдар һәм технологиялар реестрына индерелгән. Әле компания тарафынан 14 миллиард һумлыҡ 100 төрлө тиерлек төбәк продукцияһы һатып алынған. Быйыл килешеүҙәр күләме биш миллиард һумдан ашып киткән.


Башҡортостан – илдәге газ-мотор яғыулығы баҙарында алдын­ғыларҙың береһе. Республикала “Газпром” селтәренең коммерцияға ҡараған 14 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы, шәхси инвесторҙар аҡсаһына төҙөлгән ике АГНКС һәм филиалдарҙың сәнәғәт майҙансыҡтарында блоклы-модулле станциялар эшләй.


Яңы технологияларға һәм эшлән­мәләргә патент алыу юлы менән интеллектуаль капитал туплауға айырым иғтибар бирелә. Әле Рәсәй Федерацияһының 38 патенты алынған. Уларҙы файҙала­ныуҙан йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтә 100 миллион һумға тиң.


Газсыларҙың уйлап табыу, шулай уҡ рационализаторлыҡ әүҙем­леге компания етәкселеге тарафынан әүәлгесә юғары баһалана. Предприятие дүртенсе йыл рәттән 54 бүлендек йәмғиәт араһында инновациялы эшмәкәрлек өлкәһендә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.


Инновациялар киләсәк менән тығыҙ бәйле. “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп техник вуздар менән хеҙмәттәшлеге киңәйә. Яңы уҡыу йылында Өфө ҡалаһындағы инженерлыҡ лицейында “Газпром-класс”тың икенсе ағымы йәштәре белем аласаҡ. Компанияла йәм­ғиәт­тең булышлығы менән Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының газ сәнәғәте тармағында эшләргә теләгән студенттары өсөн “Газпром-төркөм” ойошторолғайны. Шулай уҡ “Берлектәге киләсәк”, “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла.


Июлдә Өфө икенсе тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарының баш ҡалаһына әүерелде. “Газпром” был сараның генераль бағыусыһы булды. Шуныһы иҫтәлекле: компания спартакиадаларында “Газпром трансгаз Өфө” өсөн алышҡан йәштәр, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең балалары яҡшы һөҙөмтәгә өл­гәште.


Йәмғиәт социаль програм­маларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Яуаплы эш биреүсе статусы “Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы” конкур­сының төбәк этабы йомғаҡтары буйынса ла раҫланды. Унда йәмғиәт төп бүләккә лайыҡ булды. Федераль этапта иһә “Газпром трансгаз Өфө” “Етештереү өлкәһе ойошмаларында сәләмәт тормош өсөн” номинацияһында икенсе урынды яуланы.


Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. 2011 йылдан торлаҡ менән тәьмин итеүҙең корпоратив программаһы тормошҡа ашырыла, ипотека буйынса дотациялар бирелә. Был программала 970 хеҙмәткәр ғаи­ләһе ҡатнаша, шуларҙың 141-е программаға 2018 йылда ҡушыл­ған. Быйыл да ҡатнашыусылар һанының артыуы көтөлә.


Ялды ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын биш меңгә яҡын хеҙмәткәр, пенсионер, улар­ҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығыта. Быйыл тәүге тапҡыр уҡыу алдынғылары, әүҙемселәр, олимпиадалар һәм спорт ярыштарында еңеүселәр иҫәбенән булған 30 бала Ҡырым Республикаһындағы “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итте. Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәренең һәләтле 18 балаһына йәйге каникулды Германияла үткәреү мөм­кинлеге бирелде. Сәфәр “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Uniper концерны араһындағы хеҙмәттәшлек нигеҙендә ойошторолдо.


Хеҙмәт кешеһе предприятиеның төп ҡиммәте, бөтә ҡаҙаныштарҙың нигеҙе булып ҡала. Өфөлә “Баш­ҡортостан газсыларына” скульптур композицияһын асыу идеяһын барлыҡ йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре шатланып ҡабул итте. Корпоратив музей нигеҙендә йәмғиәттең мультимедиалы мәғлүмәт-күргәҙмә үҙә­ген асыу ҙа иҫтәлекле ваҡиға булды.


“Газпром трансгаз Өфө” — ком­панияның төбәктәге таяныс структураһы, уның энергетика­һының нигеҙе, оҙайлы социаль курсты тормошҡа ашырған төп предприятиеларҙың береһе. Йәм­ғиәт етәкселегенең башланғысы менән “Башҡортостанда “Газпром” ассоциацияһы ойошторолдо һәм уңышлы эшләй. Берләшмәнең составында — 13 предприятие һәм 25 мең хеҙмәткәр. Берекмә ағзалары, һис шикһеҙ, уртаҡ маҡсаттарға өлгәшеүҙә тырыш­лыҡты туплауға, “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән төбәк араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫте­реүгә, “Бергәләп уртаҡ маҡсаттарға табан!” девизын раҫлап, Башҡорт­останда берҙәм социаль бурысты үтәүгә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас