Иҡтисад
31 Августа 2019, 13:17

"Һеҙгә, әлбиттә, ярҙам итәсәкбеҙ"

Был проект Мәләүезгә генә түгел, бөтөн республика өсөн мөһим.

Фотолар: glavarb.ruФотолар: glavarb.ru
Фотолар: glavarb.ru
“Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте майҙансығында республика етәксеһе Радий Хәбиров балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт тауарҙары етештереү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектының тормошҡа ашырылыу барышы менән танышты.
Күптән түгел был башланғыс "Инвестиция сәғәте"ндә раҫланғайны.
Комбинаттың генераль директоры Лариса Малахова белдереүенсә, проекттың хаҡы – бер миллиард һум самаһы. Һөҙөмтәлә бында балалар туҡланыуы өсөн заманса һөт тауарҙары етештереләсәк.

“Беҙ йыл һайын балалар өсөн ун мең тоннаға тиклем ҡоро ҡатышма әҙерләргә планлаштырабыҙ”, – тине директор.
Төбәк етәксеһе етештереү цехтарын ҡарап сыҡты, продукцияны тәмләп ҡараны, уны бик тәмле тип баһаланы.
Комбинатҡа сеймал Мәләүез районы хужалыҡтарынан килтерелә. Әҙер тауар иһә бында ғына түгел, күрше Күмертау, Ишембай, Салауат ҡалаларында ла ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
“Етештереү күләмен арттырыуығыҙ бик яҡшы. Беҙ һеҙгә, әлбиттә, ярҙам итәсәкбеҙ. Был проект Мәләүез генә түгел, бөтөн республика өсөн үтә мөһим”, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас