Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2019, 09:09

Владимир Путин тариф мәсьәләләрен хәл итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа Байкал аръяғы крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Осипов төбәктә энергияға юғары тарифтар менән бәйле мәсьәләлә ярҙам һораны. Дәүләт башлығы булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.

“Электр һәм йылылыҡ энергияһына, мотор яғыулығына хаҡ буйынса мәсьәләне күтәрҙем. Совет осоронда был проблемалар ваҡытында хәл ителмәне, хәҙер иһә бензинға, энергияға ҡулай хаҡ билдәләүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер кәртәләр бар. Президент ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Мәсьәлә ябай түгел, әле Хөкүмәт хәлде яйға һалыу юлдарын эҙләй, – тине Осипов.

Уның әйтеүенсә, осрашыуҙа шулай уҡ медицина, мәғариф, спорт, мәҙәниәт объекттарын артабан үҫтереү һәм тергеҙеүгә ҡағылышлы тема күтәрелде.

#ВладимирПутин

Фото: Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: