Иҡтисад
3 Сентября 2019, 08:51

Ҡымыҙынан ауыҙ итегеҙ!

Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан Асҡарға илткән юлда “Тәбиғи ҡымыҙ” тигән яҙыуҙы күреп, “Әбйәлилгә килеп тә шифалы был эсемлектән ауыҙ итмәһәк, гонаһ булыр” тип, ҡымыҙсылыҡ фермаһына һуғылырға булдыҡ. Һауынсылар әле генә бейәләрҙе һауып бөтөп, көтөүсе егеттәр малдарҙы ялан кәртәнән сығарырға йыйына ине.

Оло юл буйында булыуы отошло.
Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан Асҡарға илткән юлда “Тәбиғи ҡымыҙ” тигән яҙыуҙы күреп, “Әбйәлилгә килеп тә шифалы был эсемлектән ауыҙ итмәһәк, гонаһ булыр” тип, ҡымыҙсылыҡ фермаһына һуғылырға булдыҡ. Һауынсылар әле генә бейәләрҙе һауып бөтөп, көтөүсе егеттәр малдарҙы ялан кәртәнән сығарырға йыйына ине.
“Әйҙәгеҙ, беҙ етештергән ризыҡтан ауыҙ итегеҙ”, – тип, һауынсы егет Илнур Асҡаров беҙгә берәр туҫтаҡ яңы ғына бешелгән ҡымыҙ тәҡдим итте. “Кем әҙер­ләй һуң бындай батырҙар эсемлеген?” тип ҡыҙыҡһынғас, ул: “Наил Рәхмәтуллин тигән уҙамандыҡы, ана, үҙе лә килә”, – тине.
Наил Зәки улы йылҡы аҫрау менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнә икән, ҡасандыр атаһы ла бейә бәйләп, ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ етештергән булған. Бәлки, был шөғөлгә әүәҫлек унан күскәндер, сөнки ул йылҡы тотоуҙың бөтә нескәлектәрен яҡшы белә, тәмләп ҡарағандан һуң ҡымыҙҙың ҡайһы ауылда яһалыуын да билдәләй, йылҡы малының ниндәй яланда үлән утлағанына тиклем әйтә.
– Әлбиттә, бала саҡтан мал араһында үҫкәс, был тармаҡ миңә ят түгел, атайыма йыш ярҙам иттем, студент саҡта каникул осоронда гел уның янында булырға тура килде, – ти Наил Рәхмәтуллин. Әйткәндәй, бөгөн уның улы Азамат та – атаһының яҡын ярҙамсыһы, ул Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала.
Хужалыҡта әле 400-гә яҡын йылҡы малы аҫрала, 75 бейәләре бар. Өс һауынсы – Илнур Асҡаров, Фәрүәз Хәки­мова, Зифа Көмөшбаева, көнөнә дүрт тапҡыр һауып, 40 литр әҙер продукция тапшыра. Ҡымыҙ бешеүсе Фатима Ильясова һөттө ҡул ярҙамында ла, һатып алыусылар күбәйеп киткән осорҙа электр бешкес менән дә ҡымыҙға әйләндерә.
Әҙер продукция, 1-1,5 литрлыҡ пластик һауыттарға тултырылып, район үҙәгендәге “Уңыш” магазинына оҙатыла. Бынан тыш, Ҡушый ауылында урынлашҡан ферма янындағы сауҙа нөктәһенән дә халыҡ яратып һатып ала.
– Оло юл буйында урынлашҡас, Ас­ҡарға йомош менән, йә булмаһа күрше Магнитогорск ҡалаһынан районға ял итергә килеүселәр сифатлы һәм файҙалы эсемлекте күпләп ала, – ти ферма мөдире Сәлмән Сафиуллин. – Ҡымыҙ тиҙ иҫкереүсән бит, шуға ла уны йәһәт кенә һатып бөтөргә тырышабыҙ, шөкөр, артып ҡалғаны булманы быға тиклем.
Хужалыҡтың 1200 гектар ере бар, йылҡы малына етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү өсөн күпләп һоло, күп йыллыҡ үләндәр үҫтерәләр. Үҙҙәренең техникаһы ла булғас, ер эшкәртеүҙә бер ниндәй ҡыйынлыҡтар күҙәтелмәй. Хатта күрше фермерҙарға ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер улар. Фермер элекке колхоздың буш торған һөтсөлөк фермаларын, келәттәрҙе һатып алып, ремонт үткәреп, эшмәкәрлеген шунда алып бара. Бынан тыш, ошо уҡ урында яңы ферма, келәт төҙөп ултыртҡан.
Күптән түгел Ҡушый ауылында фермер “Ҡымыҙ байрамы” ойоштороп, ауылдаштарын, килгән ҡунаҡтарҙы файҙалы эсемлек менән һыйлап, төрлө милли ярыштар үткәреп, күңелле сараға йән өргән.
Бөгөн бында ете кеше эш урыны тапҡан, улар хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала. Шуныһы ҡыуаныслы: миҙгелле эш тамамланғас, хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ тороп ҡалмай, ә ҡыш та хужалыҡта тырыша.
– Беҙ етештергән эсемлекте һәр кем яратып ала, төрлө байрамдарға, юбилей­ҙарға, туйҙарға күпләп заказ бирәләр, шуға ла сифатлы итеп әҙерләргә тырыша­быҙ, – ти Наил Зәки улы. – Киләсәктә ҡы­мыҙҙан тыш, ҡаҙылыҡ, йылҡы ите етеш­тереүҙе юлға һалырға күҙаллайбыҙ, ә бының өсөн уңайлы шарттар етерлек. Етмәһә, тырыш, хеҙмәт һөйгән хеҙмәт­кәрҙәрем бар, улар менән һәр эште бергәләп башҡарырға ғәҙәтләнгәнбеҙ.
Әбйәлил районы.
Читайте нас