Башҡортостан Хөкүмәтендә республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән “Инвест-сәғәт”тә иҡтисад тармаҡтарында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.
“Северная Нива Башкирия” йәмғиәте рәйесе Петр Дубянский Бәләбәй районындағы һөтсөлөк-тауар йүнәлешендәге “Русская Швейцария” малсылыҡ комплексы проектын күрһәтте. Уға 3,97 миллиард һум инвестиция ҡаралған һәм 130 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Әле районда буласаҡ объект өсөн инженер-геодезик эштәр тамамланған.