Башҡортостан
+23 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Иҡтисад
7 Сентября 2019, 18:46
Өфөлә – башҡорт балы фестивале
Унда ҡортсолар өсөн ниндәй ярыштар ҡаралған?
Фото: bash.news
"Өҫтәлдәге бал – ғаиләләге сәләмәтлек" тип аталған фестиваль 14 сентябрҙә баш ҡала Советы янындағы Ленин исемендәге майҙанда үтә.
Сара сәғәт 11-ҙә асыла. Фестивалдә күргәҙмә, йәрминкә, балдың сифатын билдәләү өсөн ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк.
Байрамда шулай уҡ ғалимдарҙың ҡортсолар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүе көтөлә. Төрлө кәңәштәр, дәүләт ярҙамы алыу хаҡында мәғлүмәттәр биреләсәк.
Байрамда ныҡлы әҙерлек менән килгән райондар, сауҙа үҙәген матур биҙәүселәр, иң тәмле бал, иң шәп ҡорсолар династияһы билдәләнәсәк, ассортименттың төрлөлөгө буйынса ярыш үтәсәк.
Иң тәмле балды сара ҡунағы билдәләй. Оҫталар 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се "Апимондия" халыҡ-ара конгресы алдынан үтәсәк бал фестивалендә ҡатнашыуға сертификат менән бүләкләнәсәк.
Сарала ҡатнашырға теләһәгеҙ, ошо телефондар аша яҙылырға мөмкин: 8(347) 248-46-59, 8(347) 266-08-32, 8-927-333-88-32 (WhatsApp),
ufa.bee@mail.ru
Читайте нас