Тиҙҙән республика сәсеүлектәре хаҡындағы бөтә мәғлүмәтте бер нисә сәғәттә белергә мөмкин буласаҡ.
Быны тормошҡа ашырырға Благовещен ҡалаһының "ИДС-Технологиялар" ғилми-етештереү предприятиеһында эшләнгән пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙам итәсәк.
Тәүге тәжрибә Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Бөрө ғилми бүлексәһендәге 40 гектарлыҡ арыш баҫыуында үткәрелә. Камера культураның ҡыйлы булыу-булмауын, уның ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар тарафынан күргән зыян күләмен, сәсеүлектәрҙең тупраҡтағы агрохимик саралар күрһәткесенә бәйлелеген күрһәтәсәк.
Был баҫыуҙы тикшереү өс йыл һуҙымында дауам итәсәк.