Башҡортостандың уңыш йыйыу буйынса алдынғы биш районында 6 сентябргә 508 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған, был республикала йыйылған уңыштың яртыһын тиерлек тәшкил итә.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле төбәк игенселәре 1 миллион 920 мең тонна ашлыҡты һаҡлауға һалған, республика буйынса 63 процент уңыш йыйып алынған.
Алдынғылар исемлеген Стәрлетамаҡ районы игенселәре биләй, уларҙың тырышлығы менән 126 мең тонна иген баҫыуҙарҙан ырҙын табаҡтарына оҙатылған. Шулай уҡ Саҡмағош, Илеш, Ауырғазы райондары аграрийҙары хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, алтынға бәрәбәр ашлыҡ ил бураҙналарын байыта. Мәләүездәр ҙә намыҫлы эшләп, бөгөнгә 90 мең тонна иген алыуға өлгәшкән.
Тәбиғәт бүләк иткән аяҙ, йылы көндәрҙе игенселәр маҡсатлы файҙаланып, баҫыуҙарҙан ҡара төнгә тиклем ҡайтып инмәй. Эшегеҙ уңышлы булһын, игенселәр!