Иҡтисад
10 Сентября 2019, 06:03

Ҡояш алып килгәнгә ҡыуандылар

Класташымдың “күршемдең егәрлелегенә шатланып бөтә алмайым, һәр йәһәттән дә ул миңә өлгө, бер үк ваҡытта сәм дә өҫтәй” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Быны “Жнейкин” ауыл хужалығы кооперативына юлланғанда Миәкә районының ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Илдар Хәсәнов менән булған һөйләшеү ҙә нығытып ҡуйҙы. Бындағы тәртип һәм таҙалыҡтан күҙҙәр ҡамаша.

Класташымдың “күршемдең егәрлелегенә шатланып бөтә алмайым, һәр йәһәттән дә ул миңә өлгө, бер үк ваҡытта сәм дә өҫтәй” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Быны “Жнейкин” ауыл хужалығы кооперативына юлланғанда Миәкә районының ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Илдар Хәсәнов менән булған һөйләшеү ҙә нығытып ҡуйҙы. Бындағы тәртип һәм таҙалыҡтан күҙҙәр ҡамаша.


– Илсеғолдар һоҡлан­дыра, был яҡтарҙағы уң­ған­дарҙы бүтәндәргә һәр саҡ өлгө итеп ҡуябыҙ, – ти Илдар Вәсим улы. – Улар ялан-ҡырҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, үҙҙәренең донъяһы ла ныҡлы, етеш йәшәйҙәр.


“Жнейкин” хужалығы ураҡты тамамлау алдында. Игенсе яуында тыныр, тибеҙ. Һуңғы көндәрҙәге туҡтауһыҙ ямғырҙар эшкә әҙме-күпме тотҡарлыҡ яһа­ған-яһауын, әммә етәк­селек ваҡытлыса килеп сыҡҡан “тәнәфес”те үҙе­нең файҙаһына бор­ған. Әлбиттә, техниканы йүнәтеп, төҙөк тотоу күҙ уңында тотола.


Кооперативта ырҙын табағы өсөн яуаплы бул­ған, халыҡса әйткәндә, ток мөдире Заһир Ра­саев­тың һүҙҙәренә ҡара­ғанда, иген культура­ларының гектар ҡеүәте яҡынса ра­йон күрһәткесе менән бер тиң, бында гектарынан 17 центнер уңыш алалар. Әле арпа йыйыу башлан­ған. Игенселәр уның бер бөртөгөн дә баҫыуҙа ҡалдырмау өсөн бар көсөн һала.


Хужалыҡ идараһы Илсе­ғолда урынлашҡан, тағы ла уға Нарыҫтау ме­нән Сергеевка ауылдары ҡарай. Әллә күпме кеше­нең бында үҙенә эш табыуы, һис һүҙһеҙ, ҡыуа­ныслы. Хужалыҡ рәйесе Роман Жнейкин әйте­үенсә, тәү маҡсаттарҙың береһе – хеҙмәткәрҙәргә заманса эш шарттары булдырыу, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү.


Кооператив эшмәкәр­леген ике йүнәлештә – үҫемлекселек һәм мал­сылыҡ буйынса көйләгән. 1 300-гә яҡын һыйыр малы улар өсөн сик түгел, киләсәктә уны тағы ла арттырырға уйлайҙар. Шуның 360-ы – һауын һыйыры, бынан тыш, 160 йылҡы малы бар.


Бер нисә йыл элек һөттө “Белое облако” һөт ком­панияһына тапшыр­ғандар, әле продукцияны Бөрө ҡалаһында урын­лашҡан “Башҡорт һөтө” йәмғиәте ҡабул итә.


Ураҡтың бик ҡыҙыу ойошторолоуы Илгизәр Талипов, Рәмзил Иле­кәев, Илнур Зиангиров, Әхәт Шәрипов һәм башҡа уңғандарҙың ныҡышма­лылығына туранан-тура бәйләнгән. Егеттәр техниканы биш бармағы кеүек яҡшы белә.


Ерҙе туңға һөрөүгә әҙер­лектең яҡшы барыуын да күрҙек. Ә унан алда ужым сәсә баш­лағандар. Ошо көндәрҙә был эшкә лә нөктә ҡуймаҡсылар. Планға ярашлы, 650 гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарырға тейеш улар.


Роман Жнейкин үҙ бүлмәһенә эшлекле тәҡдим менән инеүсе­ләрҙе һәр саҡ хуплай. Ерҙе эшкәртеүгә көстө ни тиклем йәлләмәйһең, ул һиңә уңышты шул хәтлем мул бирәсәк, тип йыш ҡабатлай. “Тир түккән – етеш йәшәгән” тигән мәҡәлде тормош девизы итеп алған. Халыҡҡа шөғөл булһын, ғаилә башлығының һәр береһе үҙен ысын ир итеп тойһон – бына иң беренсе нимәләр борсой етәксене.


Болоттарҙың ҡиблаға табан йүгереүен, һирәк булһа ла асылған күкте күргән Заһир Зәбир улы, тимәк, тиҙҙән көндәр аяҙа­я­саҡ, һеҙ беҙгә ҡояш алып килдегеҙ, тип йылмайҙы. Ғөмүмән, ураҡсылар һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеү, уны файҙалы итеп үткәреү яҡлы.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Читайте нас