Иҡтисад
11 Сентября 2019, 18:21

Түбәнең үренән кем сәләмләй?

Алтын ҡаҙыу эшендәге Урал улдары хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереп...

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фронтовик-шағир Батыр Вәлидтең Баймаҡ районы гимнына әүерелгән “Күк Ирәндек буйында” йырында дан йырланған “алтын ҡаҙыу эшендәге Урал улдары”на ошо көндәрҙә Түбә ауылында стела асылды.
Ҡасандыр Түбә ауылы эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Ваҡытында бында урынлашҡан алтын йыйыу фабрикаһында биш меңдән ашыу кеше эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ойошма юҡ. Әммә Түбә руднигының даны ауыл халҡы хәтерендә мәңгегә уйылған.
Ауыл биләмәһе башлығы Гүзәл Баянованың тырышлығы менән стела тау үренә ҡуйылған. Был эш “Берҙәм Рәсәй” партияһынаң “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы атҡарыла, бөтәһе 123 мең аҡса бүленә. Түбәләр үҙҙәре лә бар хәленсә ярҙам итә.
Тарихи үткәнебеҙҙе сағылдырған стела йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерер, ти ололар.
Читайте нас