Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2019, 12:42

Сауҙаға йыр-моң ҡушылды

Ейәнсуранан килгән йүнселдәр ниҙәр һөйләй?

Автор фотолары.
Автор фотолары.
“Башҡорт балы” фестивалендә, иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ мыжғып тора.
Мәҫәлән, Ислам Сайранов балды нәҡ ошо осорҙа һатып алыу отошло ти. Ул ҡатыны менән бергә килгән.
Байрамда Архангел, Бөрйән, Белорет, Күгәрсен, Нуриман һәм Ейәнсура райондарынан ҡортсолар күп.
“Беҙ умарталарҙы күсереп йөрөтәбеҙ. Улар, әлбиттә, баҡсабыҙҙа ла бар, – ти Ейәнсура районының Ишемғол ауылынан Йәмил Рәшитов. – Кәләшем Гөлназ Дамир ҡыҙы – һәр яҡлап ярҙамсым. Балаларҙы ла был эшкә өйрәтәбеҙ”.
Бал фестивалендә артистарҙың сығышын барыһы ла яратып тамаша ҡыла. Мәҫәлән, әле генә Ҡала мәҙәниәт һарайы солисы Гөлназ Мөхәмәҙиева дәртле йыры менән кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Читайте нас