Башҡорт балы фестивалендә Бөрйән уңғандарын осратмаһаҡ, күңел китек булыр ине. Һәм бына улар – райондың Ырғыҙлы ауылынан Ғәлиндар.
“Йөҙгә яҡын ябай умартам бар, унан тыш, солоҡ умарталарым 20 тирәһе, – тип бәйән итте Кәрим Ғәлин. – Ауылда, өҫтәүенә һоҡланғыс тәбиғәтле Бөрйәндә йәшәп тә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнмәү һис тә килешмәҫ ине. Артабанғы тормошомдо ла умартасылыҡтан тыш күҙ алдына килтерә алмайым”.
Кәрим Фәйзрахман улы, ғәҙәттәгесә, баш ҡалаға ашҡынып килеп еткән, өфөләргә йүкә, сәскә балдарын тәҡдим итә.
“Бал ашаған кеше ауырымай, күңеле бөтөн, кәйефе күтәренке була”, – ти Кәрим Фәйзрахман улының кәләше Лилиә ханым.