"Башҡорт балы" фестиваленә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та килде.
“Бөгөн умартасылар баш ҡалаға иң яҡшы һәм сифатлы балын алып килгән, – тине Илшат Илдус улы. – Ҡортсоларға үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итеү, һатыу өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылған. Ленин исемендәге майҙанда ысын байрам бөгөн”.
Илшат Илдус улы республикабыҙҙың ҡортсолоҡ буйынса артабан да үҫешәсәген, был йәһәттән мөмкинлектәр киңлеген билдәләне.