Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы октябрҙә продукция сығара башлай.
“Индюшкин” бренды аҫтында күркә ите етештергән Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы 2017 йылдың сентябрендә һөҙөмтәһеҙ менеджмент арҡаһында туҡтатылып, мартта банкрот тип танылғайны. Кредиторҙарҙың предприятиеға дөйөм талабы 17 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 12 миллиард һумы – “Россельхозбанк”тыҡы. Шул уҡ ваҡытта ҡошсолоҡ комплексы Рәсәйҙә күркә ите етештереү буйынса өсөнсө урынды биләй ине, унда 1400 кеше эшләне.
Предприятиеның яңы инвесторы – Мәскәүҙең “Урал” ҡошсолоҡ комплексы. Әле Канаданан ике мең дана күркә йомортҡаһы килтереүгә килешеү төҙөлгән. Комплексты тергеҙеү, ҡорамалдарға ревизия яһау, эшселәрҙе һайлап алыу бара.