Ҡайһы бер райондарҙа ҡоролоҡ булып, уңыш менән әллә ни ҡыуандырмаһа, Белорет районында картуф уңған. Ғөмүмән, бында уның уңмаған йылы бик һирәк була.
Берҙән, халыҡ картуф күп тип ҡыуанһа, икенсенән, ҡайҙа итәйем тип ҡайғыра, сөнки бында уны ҡабул итеүсе юҡ. Һәр кемдең баҙарға йөрөп һатыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә лә күптәр "Картуф үҫтереүҙән файҙа юҡ", тип күпләп сәсмәй башланы. Быны иһә сит ил етештереүселәре оҫта файҙалана – супермаркеттарға үҙҙәренең тауарын осһоҙ хаҡҡа тапшырып, беҙҙең етештереүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Баҙар шарттары тип ошондай ваҡ күренгән мәсьәләләргә иғтибар итмәү, урындағы етештереүсене ҡеүәтләү сараһын күрмәү арҡаһында ауыл кешеһе зыян күрә.