Республиканың торлаҡ-коммуналь тармағы йылытыу миҙгеленә әҙер, тип белдерҙе вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә.
Төбәктә көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнеүгә 7,9 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Шуның 5,3 миллиард һумы – күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға, 1,6 миллиард һумы коммуналь объекттар төҙөүгә һәм реконструкциялауға тотоноласаҡ. Бынан тыш, 47 ҡаҙанлыҡ, 33 һыу алғыс һәм насос станцияһы яңыртыласаҡ.