Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 361,1 мең гектарҙа ужым бураҙнаға һалынған (планға ҡаралғандың 66 проценты). Дәүләкән, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондары сәсеүҙе теүәлләгән дә инде. Илеш, Стәрлебаш, Ауырғазы уңғандары ла тамамлау алдында.