Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Сентябрь 2019, 12:55

"Амур" ерекһә, күпләп сәсәсәктәр

Бында уның "гала", "мелодия", "родрига" кеүек сорттарын үҫтерәләр. Бынан тыш, "Амур" сортын тәжрибә рәүешендә орлоҡҡа тип үрсетәләр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Күгәрсен районының "Тәүәкән" хужалығы картуфты 100 гектарҙа үҫтереп, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә.
- Был культура әрһеҙ, әммә барыбер тәрбиә талап итә, - ти хужалыҡ етәксеһенең етештереү буйынса урынбаҫары Юнир Айытҡолов. - Шөкөр, йылдың-йылы беҙҙең төбәктә районлаштырылған культура уңышы менән ҡыуандыра".
Бында уның "гала", "мелодия", "родрига" кеүек сорттарын үҫтерәләр. Бынан тыш, "Амур" сортын тәжрибә рәүешендә орлоҡҡа тип үрсетәләр, ә инде Башҡортостан климатын ҡабул итә ҡалһа, уны ла күпләп ултыртырға күҙаллайҙар.
Ауыл эшсәндәренә картуф баҫыуының 70 гектарҙан ашыуын ҡаҙып алыу бурысы тора. Белгестәр гектар ҡеүәтенең йылына ҡарап һәйбәт булыуын билдәләй, 260-ар центнер алыуға өлгәшкәндәр. Әлегә хужалыҡ эшсәндәре бер мең тонна картуфты заманса йыһазландырылған йәшелсә һаҡлағыстарға урынлаштырғандар. Йәмғиәттең ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған һаҡлағысы бар. Бында 10-лап кеше "икенсе икмәк"те тупраҡтан, сүп-сарҙан таҙартып, айырым бүлеп, һаҡлауға һала. Аҙаҡ һатыуға сығарыласаҡ продукцияны хеҙмәткәрҙәр айырым тоҡтарға тултыра.
Әйткәндәй, картуфты күмәртәләп һатыу бында яҡшы ҡуйылған. Әҙер продукцияны Ырымбур өлкәһе, республикабыҙҙың ҡала-райондары килешеүҙәр нигеҙендә һатып ала. Бынан тыш, район мәктәптәре, балалар баҡсалары, башҡа социаль учреждениелар ҙа хужалыҡ баҫыуҙарында тәм алған сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.
Картуф баҫыуҙарын сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы иңләй. Картуф ҡаҙыу өсөн махсус заманса техникаға ла эйә хужалыҡ.
Читайте нас