Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығында картуфты 100 гектарҙан ашыу майҙанда үҫтерәләр.
Көҙҙөң сентябрь айы ауыл халҡы өсөн картуф ҡаҙыу осоро, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ, моғайын. Беҙ аш өҫтәлебеҙҙе картуфһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ, унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә. Ысынлап та, икенсе икмәгебеҙ менән табыныбыҙ һәр саҡ һыйлы, ғаиләбеҙ ҙә туҡ. Шөкөр, әле лә баҡсаһында күптәр картуф үҫтереп, уны һатып, аҡсаға әйләндереп, ғаилә бюджетын тулыландыра.
Әлбиттә, республикабыҙҙа картуф үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнгән эре хужалыҡтар, фермерҙар байтаҡ. Мәҫәлән, Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығында картуфты 100 гектарҙан ашыу майҙанда үҫтереп, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшәләр.
– Иген культураларынан тыш, халыҡ әйтмешләй, икенсе икмәгебеҙ – картуф үҫтереү менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнәбеҙ, был культура әрһеҙ, әммә ярайһы ғына тәрбиә лә талап итә, – ти хужалыҡ етәксеһенең етештереү буйынса урынбаҫары Юнир Вәхит улы Айытҡолов. – Шөкөр, йылдың-йылы беҙҙең төбәккә районлаштырылған культура һәйбәт кенә уңышы менән ҡыуандыра.
Бында картуфтың “гала”, “мелодия”, “родриго” кеүек сорттарын үҫтерәләр. Бынан тыш, “Амур” тигән сортты тәжрибә рәүешендә орлоҡҡа тип тә сәсәләр, ә инде Башҡортостан климатын ҡабул итә ҡалһа, күпләп ултыртырға уйлайҙар.
Картуф бында әле 100 гектар майҙанда үҫтерелә, ауыл эшсәндәренә шуның 70 гектарҙан ашыуын ҡаҙып алыу бурысы тора. Гектар ҡеүәте, белгестәр билдәләүенсә, йылына ҡарап һәйбәт, әле гектарынан 260 центнер уңыш алыуға өлгәшкәндәр. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға тип, әлегә бер мең тоннаһын заманса йәшелсә һаҡлағыстарға урынлаштырғандар. Бөгөн ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған һаҡлағыста йыйылған уңышты эшкәртеүҙә 10-лап кеше мәшғүл, уларҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында икенсе икмәк, тупраҡтан, сүп-сарҙан таҙартылып, айырым бүленеп, һаҡлауға оҙатыла. Аҙаҡ һатыуға сығарыласаҡ продукцияны хеҙмәткәрҙәр айырым тоҡтарға тултыра.
Әйткәндәй, картуфты күмәртәләп һатыу бында яҡшы ҡуйылған. Әҙер продукцияны Ырымбур өлкәһе, республикабыҙҙың ҡала-райондары уңайлы килешеүҙәр нигеҙендә килеп ала. Бынан тыш район мәктәптәре, балалар баҡсалары, башҡа социаль учреждениелар ҙа хужалыҡ баҫыуҙарында тәм алған сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа бәрәңгегә өҫтөнлөк бирә.
Картуф баҫыуҙарын сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы иңләй. Картуф ҡаҙыу өсөн махсус заманса техникаға ла эйә хужалыҡ. Бынан тыш, йөк машиналары паркы ла бай, “КамАЗ”дар баҫыуҙарҙан ҡаҙылған картуфты йәмғиәт ихатаһына ташый. Шуныһы ҡыуаныслы: техника яңыртыуға бында аҡса йәлләмәйҙәр. “Хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында йыл һайын тиерлек заманса ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар һатып алырға тырышабыҙ, – ти Юнир Айытҡолов. – Алдынғы технологияларҙан да ситтә түгелбеҙ, һәр саҡ эшмәкәрлегебеҙҙә яңыларын ҡулланабыҙ, ҡул эшенән әлегә бөтөнләй “ҡасып” булмай, эшсе ҡулдарҙы алыштырырҙай ҡоролмалар әлегә юҡ бит”.
Баҫыуҙарҙа ла картуф әрәм-шәрәм ителмәй, уның бер бөртөгөн дә ҡалдырмай ҡаҙып алырға күнеккәндәр бында. Техника менән йыйып алғандан һуң, тағы бер ҡат ауыл эшсәндәре баҫыуҙарға сыға. Улар ярҙамында баҫыуҙа ҡалған уңыш йыйып алына.
Етәкселек картуф ҡаҙыуҙа тырышлыҡ күрһәткән механизаторҙар Ринат Ташбулатов менән Әнүәр Ғәббәсовты, уларҙың ярҙамсылары ағалы-ҡустылы Әбделхәй менән Хөсәйен Булатовтарҙы, водителдәр Салауат Аҫылбаев, Айрат Исхаҡов, Марат Рәхимовтарҙы һәр яҡлап маҡтап телгә алды. Әйткәндәй, баҫыуҙа көс һалған батырҙар ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән, ашнаҡсылар уларҙы яланда уҡ тәмле аштары менән һыйлай.