Өфөлә барған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы барышында Рәсәйҙәге иң ҙур хэштег төҙөлдө. Нимәнән тип уйлайһығыҙ? Сәксәктән!
#UfaForumSCOandBRICS тигән яҙыуҙы башҡарыр өсөн 150 килограмм милли ризыҡ ҡулланылған. Был күренеш Рәсәйҙең Рекордтар китабына ла индерелде, уны китаптың баш мөхәррире Станислав Коненко теркәне.
Үҙенсәлекле рекордты Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Белеүебеҙсә, сәксәк – ул ҡунаҡсыллыҡ билдәһе.