Иҡтисад
27 Сентября 2019, 11:45

"Баш-Кыр" төҙөләсәк

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы барышында Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләренең осрашыуы үтте.

БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы барышында Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләренең осрашыуы үтте. Уны республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов алып барҙы.
Осрашыуҙа һүҙ ике аралағы хеҙмәттәшлекте нығытыу, экспорт-импорт бәйләнештәрен арттырыу, уртаҡ эшлекле саралар һәм инвестиция проекттары булдырыу хаҡында барҙы.
Осрашыуҙа “Баш-Кыр” сауҙа йортон төҙөү башланғысы ла ҡаралды. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ, башҡорт һәм ҡырғыҙ предприятиеларын берләштергән ассоциация рәүешендә эшләйәсәк.
Читайте нас