ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы барышында иҡтисади хеҙмәттәшлеккә, эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтарын яҡлауға, йәштәр сәйәсәтенә, мәҙәниәт өлкәһенә һәм башҡа тармаҡтарға ҡағылышлы туғыҙ килешеү төҙөлдө.
Улар араһындағы иң мөһим документтарҙың береһе – ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса халыҡ-ара хартия. Уға Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән Ҡаҙағстандың бизнес-омбудсмен аппараты етәксеһе Олег Савеленко ҡул ҡуйҙы.
Форум барышында ҡул ҡуйылған тағы бер мөһим килешеүҙәрҙең береһе – Төркиә менән Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты араһында булдырыласаҡ хеҙмәттәшлек тураһында документ.