Иҡтисад
29 Сентября 2019, 14:17

"Һәр эштә батырлыҡҡа урын бар"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ошо ял көндәрендә ураҡ эштәренең аҙағына яҡынлашыуына бәйле ялан хеҙмәтсәндәренә рәхмәт белдерҙе.

Фото: vk.com/radiyhabirovФото: vk.com/radiyhabirov
Фото: vk.com/radiyhabirov
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ошо ял көндәрендә ураҡ эштәренең аҙағына яҡынлашыуына бәйле ялан хеҙмәтсәндәренә рәхмәт белдерҙе.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә планлаштырғанса килеп сыҡманы, – тип билдәләне Радий Фәрит ул. – Йәй һауа торошо ҡоро торһа, көҙөн өҙлөкһөҙ ямғырҙар ҡойҙо. Беҙҙең көн һайын 95-100 мең гектар майҙанда уңыш йыйырлыҡ мөмкинлек булһа ла, быйыл иң күбе 70 мең гектар тирәһе тәшкил итте. Был һуңғы ун йылда иң ауыр килгән миҙгел. Шулай ҙа баҫыуҙарҙың 94 проценты, йәки 1,5 миллион гектар һуғып алынды. Бары Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы баҫыуҙар ҡалды. Ошондай шарттарҙа эшләгән егеттәргә ҡарап, һәр эштә батырлыҡҡа урын булыуын аңлайһың".
Читайте нас