Иҡтисад
30 Сентября 2019, 14:30

ШОС һәм БРИКС форумы йомғаҡтары буйынса...

Өфөләге халыҡ-ара клуб аралашыу, тәжрибә һәм компетенциялар менән уртаҡлашыу, тәҡдимдәр индереү майҙансығына әүереләсәк. Даими эш иткән төркөм законлы башланғыстарҙы юридик йәһәттән рәсмиләштерәсәк, ә төбәктәр ассоциацияһы власҡа ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү зарурлығын аңлатасаҡ.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Ошо көндәрҙә Өфөлә мөһим сара – ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы тамамланды.
Йыйын эшлекле даирәләргә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тотороҡло даими эште тәьмин иткән өр-яңы үҙ-ара бәйләнеш алымдарын тәҡдим итте. Бынан тыш, тиҙҙән Форум дирекцияһы эшләй башлаясаҡ. Ул делегаттар тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк.
Өфөләге халыҡ-ара клуб аралашыу, тәжрибә һәм компетенциялар менән уртаҡлашыу, тәҡдимдәр индереү майҙансығына әүереләсәк. Даими эш иткән төркөм законлы башланғыстарҙы юридик йәһәттән рәсмиләштерәсәк, ә төбәктәр ассоциацияһы власҡа ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү зарурлығын аңлатасаҡ.
Форум шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең Йәштәр парламентын ойоштороуға нигеҙ һалды. Сарала йәштәр парламентаризмын үҫтереү, дәүләт эштәренә идара итеүҙә йәштәрҙең ҡатнашыуы өлкәһендә ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеге тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Читайте нас