Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу аҙағына яҡынлаша.
Быйылғы ураҡ ауыл эшсәндәренә еңел бирелмәне. Һауа торошоноң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ялан батырҙары аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышты.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 3 миллион 36 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар бураларға һалынған, йәки барлыҡ сәсеүлектәрҙең 94 проценты йыйып алынған.
Уңыш былтырғынан юғары – гектарынан уртаса 19,8 центнер тәшкил итә. Бөгөн баҫыуҙар дымлы булыу сәбәпле, ураҡ бер аҙ тотҡарлана. Шулай ҙа алдағы 10 көндә иген һуғыу тамамланыр тип көтөлә. Ә көнбағыш һәм башҡа майлы культураларҙы, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә.