Белорет районының Үткәл ауылындағы Рөстәм Мөхәмәтдиновтың крәҫтиән (фермер) хужалығы 2006 йылдан алып эшләй. Бөгөн хужалыҡта 115 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Һөтөн көн дә тиерлек ҡалалағы бәләкәй баҙарға сығарып һаталар.
Тормош иптәше Розалиә Ғилфан ҡыҙы бухгалтер һөнәренә эйә, крәҫтиән (фермер) хужалығының барса документ, иҫәп-хисап эшен ул алып бара. Өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эшен атҡарып өлгөрөүҙән тыш, кәрәккәндә, уға һатыусы ла, водитель дә булырға тура килә.
Арбаның алғы тәгәрмәсе ҡайҙа тәгәрәһә, артҡыһы ла шунда йүнәлә, тигәндәй, Мөхәмәтдиновтар бергәләшеп, тормоштағы оло йөктө тап бер йүнәлешкә тартҡанда ғына уның алға барыуын белеп эш итә. Закондар, талаптар үҙгәреп тороуына бер ҙә баҙап ҡалмағандар, һәр килеп тыуған хәлдән сығыу, килем алыу юлдарын табырға тырышалар.
Бөгөн үҙ хужалыҡтары өсөн мал һуйыу цехы төҙөп бөткәндәр, һыуытҡыстар һәм башҡа тейешле әйберҙәр һатып алынған, ни бары һыу үткәрәһе генә ҡалған. Был эштәр тамамланғас, ветеринария күҙәтеүе үҙәгенән рөхсәт биреләсәк. Шулай уҡ һөттө пастеризациялап һатыу цехын да булдырыу менән мәшғүл йүнсел хужа. Тейешле ҡорамалдар алынған, һөт экспертиза күҙәтеүе аша үткән. Цехтың да эшен тамамлауға күп ҡалмаған. Быларҙың барыһы ла элекке ферма ерлегендә урынлашҡан. Шулай уҡ һыйырҙар торған бер ферма һарайын үҙҙәре төҙөһә, икенсеһен “Йондоҙ” кооперативынан башта ҡуртымға, аҙаҡ һатып алғандар.
2015 йылда “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” программаһында ҡатнашып, тракторлы булғандар, “симменталь” тоҡомло 20 тана һатып алыуға дәүләттән субсидия бүленгән. Хужалыҡтағы өс тракторҙың берәүһе менән бесән әҙерләйҙәр. Йыл һайын 700-800 төргәк мал аҙығы әҙерләнә. Барлыҡ эштәрҙе үҙҙәренән тыш алты кеше атҡара. Эш хаҡын бөтәһе лә ваҡытында ҡулына алып тора.
Йәнә лә бесән эшләшеү, малдарҙы ҡарашыуҙа баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән өлкән улдары Ильяс төп ярҙамсылары иҫәбендә. Ун алты йәшлек егет беҙ барғанда трактор ремонтлау менән мәшғүл ине. Ун бер һәм һигеҙ йәшлек Руфина менән Ирина ла атай-әсәйҙәренә хужалыҡта һәм өйҙә көндәлек мәшәҡәттәрҙә ҡулдарынан килгәнсә булышлыҡ итеп, эшкә өйрәнеп үҫә.
– Дәүләт үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам итеп тора. Быға ярашлы төрлө программалар, мәҫәлән, “Стартап” исемлеһе бар. Кешеләрҙе шундай программаларҙа ҡатнашырға өндәһәм, күбеһе һалым органдарынан, ҡағыҙ мәшәҡәтенән ҡурҡа. Хатта мең һум бурысыңа ла вайымһыҙ ҡарамаһаң, дәүләт ярҙамын алыуы артыҡ ҡыйын түгел, ҡағыҙ эштәренең дә күп мәшәҡәте юҡ. Быйыл беҙгә һөт ризыҡтары һәм ит етештереп һатҡан өсөн дәүләттән ярҙам булды. Күп булмаһа ла, ярап ҡалды. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә ул, тырышырға кәрәк, – ти Рөстәм Ғәни улы.
Хәҙерге заманда бөтә нәмә һәр кемдең үҙ ҡулында. Дәүләт тарафынан бирелгән мөмкинлек менән файҙалана алыу “алма беш, ауыҙыма төш” тип ятыусылар иҫәбенә теймәйәсәге билдәле. Һәр эште аң менән атҡарып, уйлап эшләгәндә, яңы ниәттәр, яңы юлдар эҙләгәндә генә уңышҡа ирешеп булыуын онотмайыҡ.