Энергетика ҡеүәттәре кешелектең уңайлы һәм мәҙәниәтле йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ә инде был ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу тармаҡтағы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тиҙләтә. “Ишембай электр селтәрҙәре предприятиеһы” муниципаль унитар предприятиеһы ла район менән ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә.
1957 йылда ул эшмәкәрлеген нефть сәнәғәте үҫешкән ҡаланы тәьмин итеү өсөн башлай. Унан һуңғы йылдар дауамында төрлө үҙгәреш кисерә, әммә тәғәйенләнеше һәм төбәктең көнитмешендәге әһәмиәте үҙ юғарылығында ҡала. Ул энергияны һатыу-һатып алыу өлкәһендә төбәк селтәр ойошмаһы булып тора, энергия менән тәьмин итеүсе – ҡулланыусы даирәһендә аралашсы ролен үтәй. Предприятиеның хеҙмәтенә төп заказсылар булып Ишембай ҡала хакимиәте, ҡалалағы сәнәғәт һәм коммуналь комплекс предприятиелары һанала.
Һуңғы йылдарҙа электр энергияһын ҡулланыу күләме арта. Был ҡалала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҫәбенә етештереү ҡеүәттәренең артыуы, торлаҡ төҙөлөшөнөң киңәйеүе менән аңлатыла. Энергетиктар ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Коллективта 114 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең оҫтаһы. Күбеһе махсус юғары белемле, йәнә ун биш кеше юғары уҡыу йорттарында белем ала. Бигерәк тә эшләп йөрөгән йәштәргә белемен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыла, уларҙың киләсәге тураһында ҙур хәстәрлек күрелә.
Коллективта кадрҙар әҙерләү, уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылған. Ул билдәләнгән план буйынса ғәмәлгә ашырыла. Даими рәүештә хеҙмәт урындары аттестациялана, сөнки заман энергетикаһы бик тә ҡатмарлы, юғары технологияларға ҡоролған. Был өлкәлә белемле, төплө әҙерлекле кадрҙар кәрәк.
Абруйлы династиялар йәштәргә матур өлгө булып тора. Был йәһәттән шуны ла билдәләргә кәрәк: яңы килгән хеҙмәткәрҙәр коллективҡа оҙаҡҡа берегә икән, тимәк, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай. Предприятие етәкселеге хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлекте производство бурыстары менән бер рәткә ҡуя. Хеҙмәткәрҙәрҙең социаль-көнкүреш мәсьәләләренә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Уларға уңайлы көнкүреш бинаһы булдырылған. Энергетиктарҙың сәләмәт тормош рәүешен тәьмин итеүгә, уларҙы спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар йүнәлтелә, сөнки энергетика тармағында белемле булыу менән бергә, ныҡлы физик әҙерлекле, ҡыйыу һәм сыҙамлы һөнәр эйәләре генә эшләй ала. Предпрятие хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм республика күләмендәге һөнәри бәйгеләрҙә, спорт сараларында ла һынатмай.
Ҡала энергетиктары өсөн үткән йыл иҫтәлекле булды. Бөтә күрһәткестәр буйынса ла уңышлы тамамланылар. Әммә улар өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнә торғандарҙан түгел. Предприятие 24 трансформатор ярҙамсы станцияһын, 530 саҡрымлыҡ электр үткәргестәрҙе, 177 километр тышҡы яҡтыртыу селтәрен, 10818 абонентты хеҙмәтләндерә. Бөгөн предприятиела электр энергияһын ҡулланыусыларға тапшырыуҙы тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү, селтәрҙәрҙе яңыртыу, хеҙмәтләндереү сифатын бар яҡлап та заман талаптарына яуап бирерлек дәрәжәгә еткереү өсөн селтәрҙәрҙе яңыртыу һәм ҡорамалдарҙың ҡеүәтен үҫтереү буйынса ҡоласлы эш алып барыла. Инвестициялар йәлеп итеү хәстәрлеге лә күрелә.
Йыһаздарҙы яңыртыу нәҡ инвестиция программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул ҡаланың үҫеш перспективаһын һәм электр селтәрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Иҡтисади талаптар энергетика ресурстарын һаҡсыл файҙаланыуҙы талап итә. Электр энергияһын ҡулланыусыларға технологик тоташтырыу, иҫәпләү, ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн алдынғы компьютер программаһы индерелә. Шулай уҡ селтәрҙәрҙе тотош паспортлаштырыу һәм яңыртыу, хужаһыҙ объекттарҙы балансҡа ҡуйыу буйынса планлы саралар билдәләнгән. 2018 йылда 4,1 Мвт ҡеүәтенә 250 кеше электр селтәрҙәренә тоташтырылған, дүрт трансформатор ярҙамсы станцияһы ҡоролған.
Предприятиеның матди-техник базаһы ҡеүәтле. Трансформаторҙар ремонтлау, иретеп йәбештереү цехтары, электр лабораторияһы, гараж бокстары эшләй. Яҡын киләсәктә яңы энергетика объекттары төҙөү, етештереү, административ биналарҙы һәм техника өсөн боксты ремонтлау ҡаралған. Техника паркы ла яңырасаҡ.
Йәнә шуны ышанып әйтергә мөмкин: алға ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырырға энергетиктарҙың мөмкинлектәре лә, тырышлыҡтары ла етерлек. Эйе, заман нәҡ улар кеүек булдыҡлыны үҙ итә. Был коллективтың хеҙмәт уңыштарында ла асыҡ сағыла. Предприятие күп наградаларға эйә. Улар юғары күрһәткестәре өсөн республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары араһында диплом менән бүләкләнгән. Предприятиеның ҡала сәнәғәт предприятиелары араһында йыл күрһәткестәре буйынса күп тапҡыр еңеүсе булыуын да билдәләргә кәрәк.
Булдыҡлы коллективҡа энергетика өлкәһендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм кеселекле директор, Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре Николай Салынов етәкселек итә. Уның дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы, юғары ойоштороу һәләте менән предприятиены яңы бейеклеккә күтәреүгә өлгәшелде. Иң мөһиме – энергетика баҙарында уларҙың үҙ урыны, үҙ йөҙө бар.