Иҡтисад
5 Октября 2019, 15:36

Ҡуртым хаҡын игенләтә түләйҙәр

Бөгөн ауылдаштарымдың ҡәнәғәт йөҙөн күреп, күңел күтәрелде.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Бөгөн Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы, Хәжәт, Дмитриевка, Уҫман ауылдары халҡы пай ерҙәре өсөн иген алып ҡыуанды.
Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң, колхоздар тарҡалғас, ерҙәрҙе урындағы халыҡҡа билдәләү хоҡуғы биргәйнеләр. Ҡомары булғандар үҙҙәре эшкәртеп, файҙаһын күрә. Ә ҡалғандар, пай ерҙәрен рәсми теркәп, оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирҙе.
Ҡуртымға алыусы – “Башкир-агроинвест” ойошмаһы. Йыл да ул хаҡты игенләтә түләй. Пай башына бишәр центнер бирә. Быйыл халыҡ арпа алып ҡыуанды. Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ашатырға булды, тип ҡыуана улар.
Беҙ ҙә ҡайтып, әсәйем менән ағайымдың өлөшөн алыуҙа ярҙамлаштыҡ. Көҙҙөң сыуаҡ матур көнөн, ауылдаштарымдың ҡәнәғәт йөҙөн күреп, күңел күтәрелде.
Читайте нас