Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был ял көндәрендә Өфөлә йәрминкәләр бара. Ауыл уңғандары ниҙәр генә тәҡдим итмәй!
Мәҫәлән, Ҡариҙел районының Дмитриевка ауылынан килгән умартасы Йәлил Хәкимовтың балы менән күптәр ҡыҙыҡһына. Ул йүкә, сәскә, үлән балдары һата. Йүкәнекенең өс литры 2500 һум торһа, сәскәнеке – 1800 һум. Кәрәҙле бал алыусылар ҙа бар.
“Быйыл беҙҙең продукция башҡа йылдарға ҡарағанда әҙерәк. Әммә йүкәнеке бар, ул таҙа һәм ҡеүәтле булды. Иртә йылы яҙ, аҙаҡ һалҡын йәй башы күп сәскәләрҙе өшөткәс, шуға уның балы аҙыраҡ”, – ти ун йылдан ашыу бал ҡорто тотҡан оҫта.