Республика аграрийҙары бөгөнгә 85 мең тоннанан ашыу көнбағыш орлоғо һуғып алған. Бөтәһе 57 мең гектар майҙанда май культураһы алынған, был - барлыҡ майҙандарҙың 23 проценты.
Гектарынан уртаса уңыш 15 центнер тирәһе тәшкил итә. Былтыр был көнгә күрһәткес 12,6 центнер булған.
Иң юғары һөҙөмтә - Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондарында. Бында ер эшсәндәре гектарынан 21,7 центнер уңыш ала. Ә Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы ауыл хужалығы предприятиеларының күрһәткесе - 20-шәр центнер.