Иҡтисад
9 Октября 2019, 13:08

Афарин, ауыл эшсәндәре!

Иң күп проект (21) Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тәҡдим ителде.

Фото: agrarii.comФото: agrarii.com
Фото: agrarii.com
Республика Башлығы ҡатнашлығында үткән "Инвестиция сәғәте"ндә дөйөм хаҡы 170 миллиард һум тирәһе тәшкил иткән 103 проект ҡаралды. Иң күп проект (21) Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тәҡдим ителде.
– Аграрийҙар афарин! – тип уларҙы ҡеүәтләне республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Илшат Фәзрахмановҡа рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ башҡаларға ла әүҙемләшергә кәрәклеген әйтте.
Хупланған инвестиция проекттары буйынса финанслауҙы арттырыу һәм тормошҡа ашырыу ваҡытына үҙгәрештәр тураһындағы туғыҙ инвестиция проекты һәм алты өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Уларға ярашлы, 2030 йылға тиклем 13,3 миллиард һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү планлаштырыла. Быйыл республикалағы инвестпортфель 31 миллиард һум тәшкил итәсәк, ә киләһе йылда – 39 миллиард һум. Йыл аҙағына тиклем 13 проект бойомға ашырыласаҡ.
Читайте нас