Иҡтисад
9 Октября 2019, 06:47

Шишмәләрҙең дә өлөшө бар

Һуңғы йылдарҙа донъяла шәкәргә хаҡ күҙгә күренеп артһа ла, Рәсәй халҡы был юҫыҡта бәхетле. Сит илдән килтерелгән ризыҡтарҙы сикләү сә­йәсәте лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бер нисә йыл элек кенә юғары даирә­ләрҙә, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары ныҡ кәмене, тип зарланһалар, бөгөн хатта маҡтана алабыҙ. Шөкөр, халыҡ әүәлге шөғөлөн онотмаған – баҫыу­ҙарҙа “татлы тамыр” майҙандары йәнә арта.

Республикала сөгөлдөр майҙандары арта.


Рәсәй Хөкүмәтендә ауыл хужалығы культуралары уңышын йыйыуға арналған ултырышта республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә шәкәр сөгөлдөрө уңышы яҡшы булыуы хаҡында белдерҙе. “Республикалағы өс шәкәр заводы ла эшләй, улар бөтә сеймалды эшкәртергә мөмкинлек бирә”, – тине төбәк етәксеһе.


Сөгөлдөр – табышлы культура


Һуңғы йылдарҙа донъяла шәкәргә хаҡ күҙгә күренеп артһа ла, Рәсәй халҡы был юҫыҡта бәхетле. Сит илдән килтерелгән ризыҡтарҙы сикләү сә­йәсәте лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бер нисә йыл элек кенә юғары даирә­ләрҙә, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары ныҡ кәмене, тип зарланһалар, бөгөн хатта маҡтана алабыҙ. Шөкөр, халыҡ әүәлге шөғөлөн онотмаған – баҫыу­ҙарҙа “татлы тамыр” майҙандары йәнә арта.


Ҡыуанысҡа күрә, эштәр ыңғайға китте. Уңыш кимәле күтәрелде, бер нисә йылдан күрһәткестең 18 миллион тоннаға етеүе киләсәккә ышаныс уятты. 2011 йыл тарихи дәүер булып хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Бер йыл эсендә тармаҡ бығаса күрелмәгән үҫеш кисерҙе – 41,12 миллион тонна сөгөлдөр үҫтерелде.


Быны беҙҙең илдә генә түгел, донъя тарихында теркәлмәгән ваҡиға тип билдәләй белгестәр. Рәсәй бына һигеҙенсе йыл донъяла иң күп шәкәр ҡомо биргән ун дәүләт иҫәбенә инә.


Сөгөлдөр – үҫемлекселектә рес­публикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла сәсеүлек майҙанын артты­рыу­ға етди иғтибар бирелә. Әйткән­дәй, былтыр Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө майҙандары 46 мең гектар тәшкил итһә, быйыл 48 мең гектар ерҙе биләй. Башҡортостан был культураны етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында – 11-се урында. Дөйөм алғанда, былтыр Башҡортос­тандың өс шәкәр заводы 1156000 тонна сөгөлдөр эшкәрткән, бөтәһе 183000 тонна шәкәр етештерелгән.


Гектарына 300 һум түләйҙәр


Быйыл да беҙҙә шәкәр сөгөлдө­рөнән юғары уңыш көтөлә. Бында әүә­лдән дан тотҡан Шишмә уңған­дарының да тос өлөшө бар. Быйыл районда сөгөлдөр 6099 гектар ерҙә сәселгән. Ә “Агро-Альянс” йәмғиәтен­дә был культура 1300 майҙанды биләй.

Беҙҙе иркен яланда үркәс-үркәс булып өйөлгән сөгөлдөр тауҙары ҡаршы алды. Ул арала үҙенең “Нива”һында хужалыҡтың баш агрономы Рәмил Ибраһимов та килеп етте. Үҙе сығышы менән ошо райондың Иҫке Ябалаҡлы ауылынан икән.


Бәләкәйҙән ер эшенең нескә­лектәрен күреп үҫкән егет яҙмышын был тармаҡ менән бәйләүенә һис тә үкенмәй. 2000 йылдан алып йәмғиәттә ошо вазифаны башҡара.


Быйылғы ураҡ мәле ауыл эшсәндәрен иркәләтмәне. Өҙлөкһөҙ ямғырҙар күҙаллаған эште күпкә тотҡарланы. Баҫыуҙа һалынған тәрән бураҙналар ҙа шул хаҡта һөйләй.


– Яуынлы көндәрҙә лә эште туҡтатманыҡ, – ти Рәмил Солтангәрәй улы. – Әкренләп булһа ла дауам иттек. Уңыш гектарынан – 350 центнер. Был – һәйбәт күрһәткес.


Бер аҙҙан үҙенең ҡеүәтле “ROPA euro-TIGER” комбайнында Айрат Вәлиәхмәтов машина бункерына тулған сөгөлдөрҙө бушатыу өсөн баҫыу ҡырына килеп туҡтаны.


– Ошондай егеттәр барҙа беҙгә эш сыҙаймы ни, – тип таныштырҙы уның менән етәксе. – Республикала сөгөлдөр йыйыу буйынса уға еткән механизатор юҡ.


Баҡтиһәң, Айрат, 2017 йылда 1200 гектарҙа уңыш йыйып, Башҡорт­останда иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Еңеүсе “Шевроле-Нива” машинаһы менән бүләкләнгән.


Кешенең эш хаҡы тураһында төпсөнөү килешеп бөтмәһә лә, баҫыу батырынан хеҙмәте өсөн алған баһа менән ҡыҙыҡһынабыҙ.


– Бер гектар сөгөлдөр йыйған өсөн 300 һум түләйҙәр, – тине ул.


– Көнөнә норма күпме?


– 17 гектар.


– Ә һеҙ күпме эшләйһегеҙ?


– Һауа торошона ҡарап. Аяҙ көндәрҙә 20 гектар йыям.


Күңелдән генә комбайнсының аласаҡ аҡсаһын иҫәпләп:

– Яҡшы икән, – тинек. Ул ихлас йылмайҙы.


– Зарланырлыҡ түгел.


Эйе, хужалыҡта эшселәргә хөрмәт ҙур. Баҫыуға көнөнә өс тапҡыр йылы аш килтерәләр.


Бер аҙҙан ялан батыры йәнә комбайнын ҡабыҙҙы...


Экспортҡа оҙатабыҙ


Хөкүмәт Премьер-министры урын­ба­ҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикала беҙ шәкәрҙе ҡулланғанға ҡара­ғанда күберәк етештерәбеҙ. Йән башына бер йылға медицина нормаһы буйынса 24 килограмм шәкәр ҡаралһа, былтыр республикала был аҙыҡ 45,2 килограмм әҙерләнгән. Үҙебеҙҙе шә­кәр менән 188,3 процентҡа тәьмин итәбеҙ.


Татлы аҙыҡ артығынан тыш етештерелеү сәбәпле, эске баҙарҙа уның хаҡы түбән ҡала. “Был осраҡта беҙгә шәкәрҙе экспортҡа оҙатыуға йүнәлеш тоторға кәрәк. Килограмын 23 һумдан һатасаҡбыҙ” , – тине Илшат Илдус улы.


Экспорт тигәндән, республика шә­кәрҙе кондитер аҙыҡтары рәүе­шендә лә ситкә оҙата. Бер тонна тәмлекәс бешереү өсөн уртаса 200 – 300 килограмм шәкәр ҡулланыла. Былтыр Башҡортостанда 14,3 мең тонна ошондай ризыҡтар етештерелгән. Шулай итеп, кондитер изделиеларына дүрт мең тонна шәкәр тотонолған.


Шишмә районы.
Читайте нас