Белорет рессор һәм пружина заводында килеп тыуған хәл 300-гә яҡын кешенең яҙмышына йоғонто яһауы бар. Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы уҙғарған “Инвестсәғәт”тә ҡарарға тигән тәҡдим булды. “Эшҡыуарлыҡ коррупцияға ҡаршы” республика йәмәғәт процедуралары үҙәге ултырышында ҡатнашыусылар ошондай ҡарарға килде.
Завод – Белорет ҡалаһында ғына түгел, ә республика өсөн әһәмиәткә эйә булған предприятие. Унда етештерелгән продукция автомобиль, машина эшләү һәм электрон тармаҡтар өсөн кәрәк.
Аңлашылмаусанлыҡ заводтың генераль директоры Иван Радченко 19 июндә үлгәс килеп тыуа, сөнки предприятиеның ике учредителе бар – Владимир Скрипка и Иван Радченко. Уларҙың һәр береһенә заводтың акцияларының 50 проценты тура килә.
Башҡортостан Урал адвокаттар коллегияһының рәйесе Фердинанд Баһауетдинов белдереүенсә, Иван Ивановичтың вафатынан һуң Владимир Скрипка һәм урындағы завод етәкселеге араһында ҡаршылыҡтар килеп сыға. Һөҙөмтәлә заводтың учредителе уның эшендә ҡатнаша алмай, Белореттағы менеджерҙар предприятиеның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреүҙән баш тартҡан.
Владимир Скрипка әфәнде әлеге мәғлүмәтте алыу маҡсатында судҡа мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ документтарҙың резерв копияһын йәшерен рәүештә алыу өсөн система администраторына аҡса тәҡдим иткән. Ә хеҙмәткәр иһә был хаҡта үҙенең етәкселегенә хәбәр итә һәм 26-нан 27 июлгә ҡарай төндә Владимир Скрипка система администраторын үҙ яғына ауҙарыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына, әммә тикшереү уҙғарғандан һуң уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмай, бәхәс тә хәл ителмәй ҡала. Адвокат топ-менеджерҙарҙы предприятиены рейдерлыҡ аша баҫып алыуҙа һәм көс структураларын йәлеп итеп уның милкен сығарыуҙа ғәйепләй. “Бөтәһен дә хоҡуҡи нигеҙҙә хәл итергә теләйбеҙ”, – тине адвокат.
Белорет рессор һәм пружина заводы юрисы Альберт Басыров иһә генераль директор вафат булғандан һуң Владимир Скрипканы коллективтағы хәлде тотороҡһоҙландырыуҙа ғәйепләй.
“Скрипка һәм өсөнсө яҡ кешеләре предприятиены банкротлыҡҡа алып барыу маҡсатын ҡуйҙы”, – тине ул.
Заводтың башҡарыусы директоры Алексей Пахомов та ошо фекерҙә, һәм ул предприятиены бөгөнгө шарттарҙа һаҡлап ҡалыу яғында булыуын белдерҙе. “Заказдар бар, заводта 300 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы яҡшы – 42 мең һум”, – тип сығыш яһаны етәксе.
Ултырышта ҡатнашҡан эксперттар, учредитель үҙенә ҡараған предприятие тураһында тулыһынса мәғлүмәт алыу хоҡуғына эйә, тип билдәләне.
Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡатнашты. Ул ике яҡты ла тыңлағандан һуң: “Заводтың хужаһы һәм үҙҙәрен мөһимерәк итеп иҫәпләгән топ-менеджерҙар бар. Заводты үҫтереүгә 400 миллион һумды менеджерҙар инвестиция итеп һалмаған. Мәғлүмәт биреү – уларҙың ябай бурысы. Минеңсә, инвестор хаҡлы. Улай булмаһа, икенсе хужа тарафынан ялланған кешеләр үҙҙәренең шарттарын ҡуя башлаясаҡ”, – тине.
Шулай уҡ Скрипка ҡулланған ысулдарҙы ла хупламауын, әммә уны был юлға барыуға мәжбүр итеүҙәрен билдәләне.
– Предприятие республика өсөн мөһим. Әйҙәгеҙ ике яҡты яраштырайыҡ. Бурыс ябай – бәхәсте хәл итеүҙе тиҙләтергә. Заводтың артабан да үҫешеүе мөһим. Был эште “Инвестсәғәт”кә сығарып, унда тикшерергә тәҡдим итәм, – тине Андрей Назаров.