Иҡтисад
9 Октября 2019, 20:29

Башҡортостанда хужаһыҙ урмандар ҙа бар икән...

Республика парламентындағы сығышында урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов ошо хаҡта белдерҙе.

Фото: newsyandex.ruФото: newsyandex.ru
Фото: newsyandex.ru
Республиканың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдиновтың республика парламентындағы сығышынан күренеүенсә, Башҡортостанда 140 мең гектар урман хужаһыҙ булып тора.
Бының сәбәбен ул элек колхоздарға хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн күпмелер урман беркетелеүе, ә хәҙер, йәғни колхоздар юҡҡа сыҡҡас, уларҙың хужаһы билдәләнмәүендә күрҙе. Дөрөҫ, ауыл хужалығы предприятиелары бар, һәм был урмандар уларҙың балансында тора. Әммә иң ғәжәбе шул: уларҙың ошо йәшел байлыҡты файҙаланыуға хоҡуғы юҡ, ә һалымды йыл һайын түләп барырға бурыслылар!
Колхоздарҙа үҙҙәренең лесничийы эшләгән һәм ул ауыл кешеһенә өй һалыу өсөн ҡырҡырға диләнкә бүлергә хоҡуҡлы булған. Бөгөн был вазифа юҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо проблеманы ҡануни юл менән хәл итергә йыйына.
Читайте нас