Иҡтисад
11 Октября 2019, 07:30

“Ғәҙел һәм асыҡ мөхит”

Тап ошо һүҙҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров һайлауҙа лайыҡлы тауыш йыйып, үҙ вазифаһына ингән көндә үк белдерҙе. “Эшҡыуарҙар өсөн чиновниктарҙың баш-баштаҡлығынан азат, ғәҙел һәм асыҡ мөхит булдырасаҡбыҙ”, – тине ул.

Тап ошо һүҙҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров һайлауҙа лайыҡлы тауыш йыйып, үҙ вазифаһына ингән көндә үк белдерҙе. “Эшҡыуарҙар өсөн чиновниктарҙың баш-баштаҡлығынан азат, ғәҙел һәм асыҡ мөхит булдырасаҡбыҙ”, – тине ул.
Республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм уны үҫтереү өсөн бар шарттар булдырыламы, урындағы муниципалитеттар тарафынан улар өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыламы, төбәктә үҙ эшен асырға теләк белдергән инвестор­ҙарға “йәшел юл”дар асыҡмы?
Ошоға тиклем бәләкәй эшҡыуар­лыҡтың проблемалары хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, иң төп сәбәп­тәрҙең береһе урындағы етәксе­ләрҙең эш башлаусыны ҡабул итмәҫкә, уны ишетмәҫкә, күрмәҫкә тырышыуы булһа, бөгөн был кәртәләр көндән-көн емерелә бара, власть менән үҙ эшен асырға телә­гәндәр күҙгә-күҙ ҡарап һөй­ләшә, проектын тәҡдим итә ала. Ҡала һәм райондарҙың иҡтиса­дына, уларҙың бюджеттарын нығытыуҙа бәләкәй бизнестың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур икәнлеген һәр хакимиәт башлығы яҡшы белә. Шуға күрә бәләкәй эшҡыуарлыҡ властың, тәү сиратта урындағы­ларҙың яҡшы мөнәсә­бәтен тойорға тейеш. Әйткәндәй, Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһа­ған­да, район һәм ҡала башлыҡ­тарын эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу яғынан да баһалаясағын билдә­ләне.

“Республикала эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең һәм уны үҫтереүҙең муниципаль стандартын ғәмәлгә индереү, унда муници­палитет­тарҙың бизнес менән эшләү тәр­тибен, ошо мәсьәләлә уларҙың яуаплылығын билдәләү бурысын ҡуям”, – тине үҙ сығышында.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү маҡсатында республика Башлығы тәҡдиме менән район һәм ҡала­ларҙа “Инвестиция сәғәте”н үткәреү үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн ҙур ярҙам булды. Әле һәр ҡала һәм районда аҙна һайын тиерлек шундай сара үтә, унда йүнселдәр бизнес-проекттарын яҡлай. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллау, ер урыны бү­леү, ниндәй программаларға элә­геү, ниндәй субсидия алыу мөмкин­лектәре хаҡында белгестәр тарафынан тулы мәғлүмәт еткерелеүе лә эш башлаусы өсөн – оло ярҙам. Шулай уҡ бында төбәккә килергә теләк белдергән инвесторҙар саҡы­рыла, уларҙың да уй-ниәттәре хәл ителә.
Әйткәндәй, райондарҙа тәҡдим ителгән бизнес-проекттарҙың иң әһәмиәтлеләре һәм ситтән инвес­торҙар йәлеп ителгәндәре республика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарала. Мәҫәлән, күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында 540 миллион һумға сүп-сар айырыу заводы төҙөү буйынса фекер алышыу үтте. Сортировкалау комплексы йылына 100 мең тонна сүп-сар­ҙы эшкәртә аласаҡ. Уға һалынған капиталдың дөйөм күләме 540 миллион һумдан артыҡ буласаҡ. Яҡын­са 102 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып сафҡа инәсәк роботлаштырылған һөт-тауар фермаһының тормошҡа ашыуында ла “Инвестиция сәғәте”нең әһәмиәте ҙур.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге бындай ыңғай күренештәрҙе республика буйынса бик күп күҙәтергә мөмкин. Шуныһы асыҡ: бөгөн телә­гән һәр кемгә ҡурҡмайынса үҙ эшен асыуға, дәүләт ярҙамы алыуға мөм­кинлектәр бар, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.

Күптән түгел Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусы­ла­рының V Бәләкәй һәм урта эш­ҡы­уар­лыҡ форумы үтте.
Йыйында Рә­сәйҙең 52 төбәгенән һәм донъя­ның 31 иленән өс мең самаһы вә­кил ҡатнашты. Унда бигерәк тә бә­лә­кәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡ­лау һәм уларға дәүләт кимәлендә яр­ҙам итеү бурысы ҡуйылды. Был өлкәлә эшләүселәрҙе айырыуса һа­лым түләү өлкәһендәге үҙгәреш­тәр шатландырҙы. Тимәк, йүнсел­дәр өсөн йәнә яңы мөмкинлектәр, үҙ эш­тәрен асыуға киң офоҡтар асыла.
Һәр төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙең үҙенә генә хас алымдары, нескә­лек­тәре бар, һәр төбәктең үҙен­сәлек­тәре етәрлек. Шуға күрә үҙ эшен асырға теләүселәр был хаҡта алданыраҡ уйланһын ине.
Читайте нас