Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районында "ПОЛИЭФ" заводындағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле кәңәшмә үткәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: кисә предприятиела резервуарҙың бер өлөшө емерелеү сәбәпле, таҙартыуға әҙерләнгән ҡалдыҡ һыу тышҡа ағып сыға. Уның составында хәүефһеҙлеге түбән класлы булған органик матдәләр бар. Бәхеткә күрә, шунда уҡ емерек резервуарҙағы һыу икенсе урынға һурҙырыла, бысраныу майҙанын сикләү өсөн дамба эшләнә.
“Бөтә хеҙмәттәр аварияны туҡтатыу һәм эҙемтәһен бөтөрөү буйынса тиҙ, ойошҡан рәүештә эшләне, – тине Радий Хәбиров. – Шулай ҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өсөнсө аварияның сәбәбен асыҡларға кәрәк. Бөтә өс осраҡ та бер-береһенә бәйле түгел. Бындай хәлдәр башҡаса ҡабатланмаһын өсөн саралар күрергә кәрәк. Ә авариянан күрелгән зыян түләнергә тейеш”.
"Сибур" йәмғиәтенең идаралыҡ рәйесе, генераль директоры Михаил Карисалов ғәфү үтенде һәм экологияға килтерелгән зыянды ҡаплатырға әҙерлеген белдерҙе.
“Беҙ барлыҡ технологик процестарға тулы ревизия үткәрәсәкбеҙ, резервуарҙар торошон тикшерәсәкбеҙ, иҫке һауыттарҙы алмаштыра башлайбыҙ, – тине ул. – Бер нисә көндә ҡалдыҡ һыу ағыу эҙемтәһен бөтөрөү һәм тупраҡты рекультивациялау эше тамамланасаҡ. Емерелгән резервуарҙы таҙартҡандан һуң уны алып ташлаясаҡбыҙ. Беҙ "ПОЛИЭФ"ты тулыһынса хәүефһеҙ итәсәкбеҙ”.
Әле яҡын-тирәләге һыу объекттарының сифаты даими тикшерелеп тора, был эш артабан да дауам итәсәк.