Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Федоровка районына эш сәфәре барышында мал һимертеү буйынса фидлот төҙөләсәк майҙансыҡты ҡараны.
Был объектҡа киләһе йылдың май айында тотонасаҡтар. Покровка ауыл биләмәһендәге 100 гектар ерҙә һигеҙ меңгә тиклем һыйыр малы үҫтереү һәм һимертеү буйынса комплекс төҙөү планлаштырыла. Унда йыл һайын биш мең тоннанан ашыу ит һатыласаҡ. Ҡырҡ кешегә эш урыны булыр тип көтөлә.
Төп капиталға дөйөм инвестиция күләме 1,3 миллиард һум тәшкил итәсәк.