Иҡтисад
15 Октября 2019, 15:37

Республика етештереүселәре ҡайҙа?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендәге йәшелсә-емеш баҙарында үҙебеҙҙең республикала үҫтерелгәндәрҙе тапмағас, ошондай һорау бирә.

Фотолар Ф. Ғиндуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.Фотолар Ф. Ғиндуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Фотолар Ф. Ғиндуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендәге йәшелсә-емеш баҙарында үҙебеҙҙең республикала үҫтерелгәндәрҙе тапмағас, ошондай һорау бирә.
"Бөгөн йәшелсә-емеш күмәртәләп һатылған Затон баҙарында булдым һәм тауарҙарҙың төрлөлөгөн күреп бик ғәжәпләндем. Тик улар беҙҙең төбәктеке түгел! Бөтә баҙар буйлап үттем, хаҡтарҙы, етештереүсене һораштым, тик урындағы йәшелсә-емеште тапманым. Картуф – Екатеринбургтан, Силәбенән, Татарстандан, кишер – Волгоградтан, сөгөлдөр – Силәбенән, һуған, борос, баклажан – Ҡаҙағстандан, кәбеҫтә – Ырымбурҙан, алмалар – Краснодарҙан, Азербайжандан.
Ә беҙҙең республика фермерҙарының, хужалыҡтарының һәм кооперативтарының продукцияһы ҡайҙа?" – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Фәрит Ғиндуллин.
Читайте нас