Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь 2019, 21:14

Уңыш ҡыуандыра

Республикала сөгөлдөр сәсеүлектәренең 34 мең гектар майҙаны йыйып алынған. Был – планда ҡаралғандың 72 проценты.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Республикала сөгөлдөр сәсеүлектәренең 34 мең гектар майҙаны йыйып алынған. Был – планда ҡаралғандың 72 проценты.
Бөтәһе 1,23 миллион тонна "татлы тамыр" сығарылған. Уңыш гектарынан уртаса 363 центнер тәшкил итә. Шулай итеп, быйыл баҫыуҙарҙың уңышлылығы былтырғынан 20 процентҡа юғары.


Республиканың өс шәкәр заводы әлегә әҙерләнгән 663 мең тонна сөгөлдөрҙөң 415 тоннаһын эшкәрткән. Быйыл "татлы тамыр"ҙың шәкәрлелеге насар түгел. "Раевсахар" йәмғиәтендә ул 18 процент булһа, Шишмәлә – 18,1, Мәләүездә 17,1 процент тәшкил итә.
Читайте нас